Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Ғинуар 2023, 14:30

2022 йыл мәғариф тармағы өсөн һөҙөмтәле булды

Министр Айбулат Хажин - өлгәшелгән уңыштар хаҡында.

2022 йыл мәғариф тармағы өсөн һөҙөмтәле булды
2022 йыл мәғариф тармағы өсөн һөҙөмтәле булды

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2022 йылда өлгәшелгән уңыштарҙы барланы.

Һүҙ мәктәпкәсә, дөйөм һәм һөнәри белем биреү, шулай уҡ мәғариф учреждениелары биналары төҙөү, капиталь ремонтлау һәм башҡа саралар тураһында бара.

- Былтыр республикала белем биреү ойошмалары биналарын капиталь ремонтлауға бығаса булмағанса аҡса бүленде. Федераль финанслау арҡаһында 63 мәктәп яңыртылды, - тине Айбулат Хажин. – Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың мәктәптәргә капиталь ремонт эшләү ҡарарына ярашлы, Башҡортостанға федераль бюджеттан өс миллиард һумға яҡын аҡса күсте.

2023 йылда мәктәп системаһын модернизациялау федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 77 бинаны ремонтлау планлаштырыла. Был эште уҙғарыу өсөн федераль ҡаҙнанан 3,6 миллиард һум һәм республика бюджетынан 690 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Республикала “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Ул муниципаль балалар баҡсаларында урын менән тәьмин ителмәгән өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың ата-әсәһенә шәхси балалар баҡсаһында урын алыу хоҡуғын бирә. Унда түләү муниципаль берекмәләрҙәге максималь сумманан күберәк булмаясаҡ. 2023 йылда сертификаттар һанын 2150-гә ҡәҙәр арттырыу күҙаллана.

Былтыр Өфө, Күмертау, Нефтекама ҡалаларындағы һигеҙ мәктәптә авиатөҙөлөш йүнәлеше буйынса инженер кластары булдырылды, Рәсәй Геройы, генерал-майор М. Шайморатов исемендәге 79 класс асылды. Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадалары һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙ илдең иң көслө ун төбәге рәтенә инде.

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге 216 “Үҫеш нөктәһе” асылды, 240 мәктәп һанлы ҡорамал комплекттары менән йыһазландырылды, балаларға һанлы белем биреү өсөн ете "IT-куб" барлыҡҡа килде, "Кванториум" технопаркы булдырылды, өс коррекция мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртылды, өҫтәмә белем биреү өсөн дүрт меңдән ашыу яңы урын хәстәрләнде һәм башҡа бик күп саралар күрелде.

2022 йыл Башҡортостанда һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителгәйне. Барлыҡ колледждарҙың ятаҡтарында 60 миллиондан ашыу һумға йомшаҡ инвентарь яңыртылды. 470 миллион һум тирәһе аҡса колледждарҙы ремонтлауға йүнәлтелде – ятаҡтар, уҡыу корпустары яңыртылды, оҫтаханалар барлыҡҡа килде. Урта һөнәри белем биреү системаһы артабан да үҫеүен дауам итәсәк.

"2022 йылда 25 йәш ауыл уҡытыусыһы һәр береһе 690 мең һум күләмендә грант алды, 44 уҡытыусы “Ауыл уҡытыусыһы” федераль программаһы сиктәрендә бер миллион һумлыҡ ярҙамдан файҙаланды. Беренсе тапҡыр колледждың мастерҙарына, уҡытыусыларға 690-шар мең һум күләмендә ун грант тапшырылды", - тине Айбулат Хажин.

Йылды йомғаҡлап, министр уның уңышлы булғанын билдәләне.

Фото: "Башинформ".

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас