Белем һәм тәрбиә
8 Ғинуар 2023, 04:00

ЙЫЛ ПРОЕКТЫ: Өфөлә донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, баш ҡалабыҙҙа Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү - Рәсәйҙә ошондай тәүге объекттарҙың береһе.

ЙЫЛ ПРОЕКТЫ: Өфөлә донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәкЙЫЛ ПРОЕКТЫ: Өфөлә донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәк
ЙЫЛ ПРОЕКТЫ: Өфөлә донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәк

2022 йылда республика тормошонда иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге янында вуз-ара студенттар кампусы төҙөү ҡарары булды. Тап ошо ҙур проекттың "Йыл проекты" номинацияһында билдәләнеүе һис тә ғәжәп түгел. 

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды. Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн Рәсәй Хөкүмәте хупланы. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың баш ҡалаһында студенттар ҡаласығы төҙәләсәк. Ғилми-белем үҙәгенең тап Фән һәм технологиялар йылында һалына башлауы - үҙе оло мәртәбә.

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы инвестор менән концессия килешеүе иҫәбенә төҙөлә. Ул проектҡа 18 миллиард һум тәшкил иткән дөйөм хаҡтың 20 процентын йүнәлтә. Объектты бюджеттан финанслау 14 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

Кампус – студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар өсөн торлаҡ, белем биреү һәм социаль объекттар урынлашҡан биләмә. Ябай итеп әйткәндә, ул - ҡала эсендәге ҡала. Бында Өфөнөң барлыҡ юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар, йәнә уҡытыусылар ҙа йәшәй ала, шуға күрә ул вуз-ара тип атала.

Студенттар кампусы бик уңайлы урында – баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашасаҡ. Дүрт университет студенттары унда йәйәүләп барып етә ала. Шулай уҡ эргәлә генә - мәҙәни, ял итеү, спорт объекттары.

Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн БДУ-ның бер бинаһы емереләсәк. Ул - элекке Киров исемендәге завод бинаһы, әле ташландыҡ хәлдә тора. Шул уҡ ваҡытта ул биләгән ерҙе федераль милектән республиканыҡына тапшырыу эше лә башланған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү - Рәсәйҙә ошондай тәүге объекттарҙың береһе. Башланғыс “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, былтыр 14 декабрҙә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Эталон” төркөмө кампус төҙөүгә концессия килешеүе төҙөнө.

"Төҙөлөш ике этапта планлаштырыла. Беренсе сиратты – 36 мең квадрат метр майҙанды реконструкциялауҙы – 2023 йылдың декабрендә тамамлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Икенсе сират – кампустың үҙәк өлөшө – 110 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Әле беҙ ошо этапты башланыҡ. Раҫланған юл картаһы буйынса майҙансыҡты әҙерләү мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Бөтә бурыстарҙы билдәләнгән ваҡытта үтәрбеҙ. Былтыр Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөй башлау өсөн әҙерлек этаптарын тулыһынса тамамланыҡ. 2019 йылда ил Президенты Владимир Путинға кампус төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иттем. Ул хупланы. Беҙ конкурста ҡатнашыу, финанслау сығанаҡтарын билдәләү буйынса ҡатмарлы юл үттек. Рәсәй Федерацияһы бюджетына бының өсөн 11,7 миллиард һум һалыныуы бик мөһим. Кампусты концессия шарттарында төҙөйбөҙ, уға партнер табырға кәрәк ине. Хәҙер был мәсьәлә лә хәл ителде, артабан проектты "Эталон" төркөмө менән бергә үҫтерәсәкбеҙ.

Беҙҙең кампус бик уңайлы һәм матур урында - Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүендә, Өфөнөң тарихи үҙәгендә буласаҡ. Уның концепцияһы - ятаҡ ҡына түгел. Был урын Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҙур фәнни үҙәккә әүереләсәк. Бында уҡырға, эшләргә, фән, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. Кампус төҙөлөшөн ике этапҡа бүләсәкбеҙ. Тәүгеһен, Мәжит Ғафури исемендәге паркты, 2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ. Икенсе сираты - 2026 йылға. Был ҙур етди проект - фән һәм юғары мәктәп өсөн яңы үҫеш векторы, яңы етди нигеҙ”.

Төҙөлөштөң беренсе этабында, йәғни 2022-2023 йылдарҙа, Зәки Вәлиди урамында урынлашасаҡ "IQ-парк" юғары технологиялар бинаһы реконструкцияланасаҡ. Бында юғары уҡыу йорттары, лабораториялар, йәмәғәт майҙансыҡтары ҡарамағындағы коворкингтар, һанлы китапханалар, студент компаниялары, кесе инновациялы предприятиелар офистары урынлашасаҡ.

Икенсе этапта, 2025 йылдың аҙағына тиклем, заманса студент ятаҡтары корпустары төҙөләсәк. 100 мең квадрат метр майҙанды тәшкил иткән кампустың төп ядроһында студенттарға һәм аспиранттарға йәшәр өсөн 3500 урын буласаҡ, шулай уҡ унда генетика, фотоника, климат, авиация-космонавтика, һанлы технологиялар өлкәһендә донъя кимәлендәге лабораториялар урынлашасаҡ.

Проект 100 кеше һыйҙырышлы “амфитеатр” тибындағы махсус аудиторияларҙы төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Шулай уҡ бында спорт комплексы, йәмәғәт туҡланыуы зонаһы, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары ла буласаҡ.

Кампус - донъя кимәлендәге төрлө йүнәлештәге лабораторияларҙы берләштергән тотош фән ҡалаһы. Тулы студент тормошон тәьмин итеү өсөн төҙөләсәк Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы ысын мәғәнәһендә Башҡортостанда ғына түгел, тотош донъялағы иң шәп проекттың береһе булыуына ныҡлы ышаныс бар.

Әле Өфө үҙәгендәге элекке IQ-парк бинаһын реконструкциялау бара. Майҙансыҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров булды. Уның белдереүенсә, объектта инженер системаларының бер өлөшө ремонтланған, яңы йылытыу, елләтеү, төтөндән таҙартыу системалары эшләнгән. Яңы стеналарҙы буяу һәм төҙөү буйынса эштәр башҡарылған, фасад алмаштырылған. Ҡайһы бер инженер системаларын, электр утын, электр селтәрен ремонтлау, бер аҙ косметик ремонт үткәреү ҡаралған.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы билдәләнгән ваҡытта файҙаланыуға тапшыраласаҡ, ти етәкселек.

Фото республика Башлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас