Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Ғинуар 2023, 17:00

“Атайыбыҙ сәсебеҙҙе үрергә лә өйрәнде...”

Атай кеше Себерҙә эшләһә лә, күңеле менән һәр саҡ Ермолаевкала.

“Атайыбыҙ сәсебеҙҙе үрергә лә өйрәнде...”
“Атайыбыҙ сәсебеҙҙе үрергә лә өйрәнде...”

Семеновтар ғаиләһе бынан бер йыл элек кенә яңы ҙур йортҡа күскән. Был күркәм өйҙө төҙөүгә аҡсаны “Йәш ғаилә” программаһы буйынса алғандар, ә уны грамоталы файҙаланыу ғаилә башлығы иңенә төшкән. Өй туйлар алдынан, тормоштарына бәхет-йәм өҫтәп, йәнә бер ҡыҙ бала донъяға килгән.

–Ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләүгә иптәшем бик яуаплы ҡарай, – ти өс ҡыҙ әсәһе Ләйсән. –Уйынсыҡтар, матур күлдәктәр бүләк итә, яңыраҡ сана, электр бәүелсәк алды. Ҡыҙҙарҙың сәстәрен матур итеп үрергә лә өйрәнде. Уларҙы балалар баҡсаһына илтеү уның өсөн ҙур шатлыҡ.

Өлкән ҡыҙҙары Даша мәктәпте миҙалға тамамлаған һәм Ырымбур медицина университетына уҡырға ингән. Атаһы ҡыҙының торлаҡ мәсьәләһен дә уңышлы хәл иткән, фатир-студия алып биргән. Был маҡсатҡа өлгәшеү, аҡса туплау өсөн алыҫ Себергә вахта ысулы менән эшкә йөрөй.

Әлбиттә, атай өйҙә булмағанда барыһына ла күңелһеҙ, һәр кем уның ҡайтып инеүен түҙемһеҙләнеп дүрт күҙ менән көтә. Уртансы ҡыҙҙары Юля Ермолаевкалағы 1-се мәктәптә белем ала, яҡшы уҡый, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, тип яҙа "Көйөргәҙе" гәзите.

Ғаиләнең яратҡан ял урыны – “Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Ирле-ҡатынлы Ләйсән һәм Василий Семеновтар кискеһен бында күнекмәләр үтә. Ҡыҙҙары Даша ла хәҙер ата-әсәһенән ҡалышмай, пауэрлифтинг буйынса зона һәм төбәк ярыштарында призлы урындар алыуға өлгәшкән. Ә Юля баскетбол менән мауыға. Хатта өләсәләре лә йәштәрҙән ҡалышырға теләмәй, “Ыласын” комплексында сәләмәтлеген нығыта.

– Беҙҙең ғаилә традициялары ла бар, мәҫәлән, Яңы йылды өйҙә күмәкләп ҡаршыларға яратабыҙ. Бергәләп магазиндан аҙыҡ-түлек ташыйбыҙ, аҙаҡ табын әҙерләйбеҙ. Һәр кемгә эш табыла, – ти йорт хужаһы.

– Ирем ғаиләһе өсөн йәнен бирерҙәй булып йәшәй, ҡыҙҙарын бик ярата. Вахтала булғанда көнөнә бер нисә тапҡыр шылтырашып хәл белешәбеҙ. Төпсөгөбөҙ Василиса иң тәүҙә “атай” һүҙен әйтергә өйрәнде, – тип йылмая Ләйсән.

Ғаиләлә берҙән-бер ир заты булған Василийҙың бындай йылы һүҙҙәрҙән һуң йөҙө балҡып, яҡтырып киткәндәй. “Атайыбыҙҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ул – беҙҙе ҡурсалаусы ла, хәстәрләүсе лә. Кәрәк икән, төплө кәңәш бирә, хатта беҙҙең менән ярышырға ла, йәшенмәк уйнарға ла булдыра”, – тип һөйөнә ҡыҙҙары.

Марина ПЕТРОВА фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: