Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районы үҙәгендә 550 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Уны быйыл яңы уҡыу йылы алдынан сафҡа индереү күҙаллана. Мәктәптең бер яҡ мөйөшөндә 140 урынлы интернат та буласаҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: төҙөлөш байрам көндәрендә лә туҡталмаған, был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Яңы йылдың тәүге эш көнө райондағы иң ҙур төҙөлөш объектын ҡарауҙан башланды. Байрам көндәрендә лә Аҡъярҙың өсөнсө мәктәбендә эш туҡталманы. Бөгөнгә төҙөүселәр биш блоктың барыһына ла йылылыҡ ебәргән. Стеналарҙы күтәреү менән бер рәттән биҙәкләү, фасадты көпләү һәм башҡа төҙөлөш-монтажлау эштәре лә алып барыла. Подрядсы алған тиҙлек йөҙҙәрсә йәш хәйбуллаларға Белем көнөн 2023 йылда яңы белем усағында ҡаршыларға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ", - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.