Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Ғинуар 2023, 20:30

Өфө университетының заманса бренды булдырыла

Респонденттарҙың 70 проценттан ашыуы тәҡдим ителгән концепт өсөн тауыш биргән.

Өфө университетының заманса бренды булдырыла
Өфө университетының заманса бренды булдырыла

Өфө фән һәм технологиялар университеты үҙ стилен булдыра. Бай тарихҡа һәм быуаттар дауамында һаҡланып килгән йолаларға эйә ике алдынғы юғары уҡыу йортоноң ҡеүәте ҡушылып, яңы учреждениены көслө фән, мәғариф һәм инновациялар үҙәге итә. Ошонан сығып белгестәр әйтеүенсә, университеттың ябайлыҡты һәм асыҡлыҡты сағылдырған заманса динамикалы, яйға һалынған дизайны булырға тейеш.

Юғары уҡыу йортоноң яңы брендбугын, фирма стилен презентациялауға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов сәләмләне. "Бөгөн юғары уҡыу йорто тормошонда мөһим ваҡиға - республикалағы иң ҙур университеттың корпоратив мәҙәниәте билдәләнә. Өфө университеты бренды төбәктең һәм илдең мәғариф баҙарында танылыр тип ышанам. Рәсәйҙең төп брендинг агентлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө фән һәм технологиялар университетының брендбугы, айдентикаһы концепцияһын тәҡдим итте", - тине ул.

"Киләсәк университеты" образы нигеҙенә дүрт мөйөшлө платформа һалынған: "Иң яҡшы киләсәкте уйлап табыу" слоганы - заманса визионерлыҡ һәм ыңғай фекерләү; юғары уҡыу йортон академик традициялар, инновациялар һәм технологиялар менән берләшкән иң эре ғилми-белем биреү үҙәге булараҡ позициялау; университеттың миссияһы - халыҡ синергияла эшләп, яҡшы киләсәк өсөн яңы технологиялар уйлап тапҡан мөхит булдырыу; брендтың ҡиммәттәре: талантлылыҡ, кешенең үҫеше, үҙгәрештәргә әҙерлек, партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек.

Яңы логотип үҙәктән киңәйгән ике яҫылыҡтан торған "У" хәрефенән тора, ул киләсәккә даими барыу һәм йылдам үҫешеү тураһында һөйләй. Бренд экосистемаһының төп фирма төҫө шәмәхә тип билдәләнгән. Шуныһы мөһим: брендбукты һайлау, концепциялау буйынса ҡарар күмәкләп ҡабул ителгән. Өс ай дауамында һорау алыу ойошторолған, унда Өфө университеты уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре, студенттары ҡатнашҡан. Ике меңдән ашыу кеше үҙ фекерҙәрен, теләктәрен белдергән. Беренсе курс студенттарының (40 проценттан ашыуы) айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Респонденттарҙың 70 проценттан ашыуы тәҡдим ителгән концепт өсөн тауыш биргән.

Фотолар Өфө фән һәм технологиялар университеты сайтынан.

Өфө университетының заманса бренды булдырыла
Өфө университетының заманса бренды булдырыла
Өфө университетының заманса бренды булдырыла
Өфө университетының заманса бренды булдырыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: