Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Ғинуар 2023, 22:30

“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!

Һәр премияның күләме бер миллион һум тәшкил итә. Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ! 

“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!

Башҡортостан журналистары Рәсәй Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһын яуланы.

2022 йылда 15 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле шәхси премияға лайыҡ булды. Бынан тыш, наградаларҙы социаль, патриотик һәм балалар-үҫмерҙәр йүнәлешендәге проекттарҙы үҫтереүсе биш журналистар коллективы алды.

Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге Хөкүмәт премияһы ижади, һөнәри ҡаҙаныштар өсөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бирелә. Һәр премияның күләме бер миллион һум тәшкил итә.

Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге Хөкүмәт премияһына "Башҡортостан медиашефлығы - Донбасс балалары" махсус проектын тормошҡа ашырғаны өсөн "Аҡбуҙат" журналы коллективы ағзалары ла лайыҡ булды. Улар – баш мөхәррир Лариса Абдуллина, художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова, яуаплы секретарь Миңлегөл Тайсина, рәссамдар Азамат Ғарипов һәм Ирина Әхмәҙуллина.

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Хөкүмәткә, Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығына һәм Журналистар союзына балалар баҫмаларына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Редакция балалар өсөн баҫмалар булмаған Донецк Халыҡ Республикаһы өсөн махсус журнал өҫтөндә эшләне, тип һөйләне ул. Уны ижад итеүҙә балалар ҙа ҡатнашҡан.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәренә – Рәсәй Хөкүмәте премияһы!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: