12-13 ғинуарҙа Өфөлә, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында, Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте. Быйылғы бәйгелә Башҡортостан Республикаһынан, күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Татарстандан 357 IX – XI класс уҡыусылары ҡатнашты.
Уҡыусылар өс турҙағы һынауҙарҙы үтте. Беренсе тур 2022 йылдың декабрендә ойошторолдо. Өфөлә үткән артабанғы турҙарҙа яҙма эштәрҙе үтәү – викторина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тест, текст буйынса эшләү бурысы ҡуйылды.
Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Башҡорт телен башлап, дауам итеп, туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында айырым еңеүселәр, призерҙар билдәләнде, телһөйәр балаларға милли матбуғат сараларының махсус бүләктәре тапшырылды. Еңеүселәр араһында Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина, Өфө ҡалаһындағы 158-се һанлы Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Әҙилә Ишемғужина, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Алһыу Рәхимова ла бар (фотола).
Өфө ҡалаһындағы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты уҡыусылары Сыңғыҙ Иҫәндәүләтов һәм Инсаф Алсынов (фотола – уҡытыусылары Зөбәйҙә Мазһар ҡыҙы Янышева менән) олимпиаданың призерҙары булып танылды. Әйткәндәй был белем усағында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, ҡалаларынан килгән балалар барыһы ла башҡорт телен өйрәнә.
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Регина Брызгалова беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләгенә һәм Дипломына лайыҡ булды.
Белеүебеҙсә, Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада быйыл 37-се тапҡыр үткәрелә. Уның муниципаль этаптарында VII – XI кластарҙан 1864 уҡыусы ҡатнашҡан.
Олимпиаданың төп маҡсаты – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төплө белемгә эйә һәләтле, талантлы балаларҙы асыҡлау, йәш быуында туған телебеҙгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү. Олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған тел һәм әҙәбиәт булараҡ һәм башҡорт телен республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында айырым үткәрелә. Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған олимпиадалар исемлегенә индерелгән һәм шуға ярашлы еңеүселәр республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә 10-ға тиклем өҫтәмә балға эйә була.
Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы ойоштороусылар булып республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) сығыш яһай.
Автор фотолары.