Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Ғинуар 2023, 22:45

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

Башҡортостанда Уҡытыусы һәм остаз йылына бик күп саралар әҙерләнә.

Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла
Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыла

16 ғинуарҙа аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Уҡытыусы һәм остаз йылына ярашлы саралар планы тикшерелде. 2023 йылдың был тематикаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ указы менән нығытты.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2022 йылдың 30 декабрендә 53 сара ингән юл картаһын раҫлауҙары хаҡында хәбәр итте. Улар иҫәбендә – Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл һәм яңыртылған Мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу.

– Республика планына шулай уҡ һөнәри оҫталыҡ өлкәһендәге ярыштар, Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурстарының төбәк этаптары, төбәк-ара конкурстар, “Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы” Рәсәй студенттар конкурсы инә, – тип һөйләне Айбулат Хажин. – Бынан тыш, республикала ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик форумдар һәм фестивалдәр үтәсәк.

Атап әйткәндә, 2023 йылда Башҡортостанда “СОТЫ” республика педагогик марафонын, “Юғарыға ос!” мәктәп мәғарифы форумын һәм уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен ойошторалар.

Октябрь айына планда – Урта һөнәри белем көнөнә арналған тантаналы саралар, Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан концерт.

2023 йылда йәш ауыл уҡытыусыларына, уҡытыусыларға, мастерҙарға Башҡортостан Башлығы гранттары тапшырыла. Гранттар менән урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы ла билдәләйәсәктәр.

Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына муниципалитеттар өсөн Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыу буйынса типик юл картаһын әҙерләргә ҡушты. Уның нигеҙендә ҡала-райондарҙа үҙҙәренең саралар планын әҙерләргә тейештәр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: