Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Ғинуар 2023, 18:00

Балалар “Тәмле!” тип ашарлыҡ булһын

Мәктәптә уҡыусылар йәш буйынса бүленеп туҡланырға тейеш. Ғөмүмән, ялыуҙар кәмейме? 

Балалар “Тәмле!” тип ашарлыҡ булһын
Балалар “Тәмле!” тип ашарлыҡ булһын

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары менән видеокәңәшмә уҙҙы. Улар дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙе.

Андрей Назаров беҙҙә ”Башҡортостан Республикаһында социаль туҡланыуҙы ойоштороу тураһында” закон ҡабул ителеүен иҫкә төшөрҙө. Ул социаль туҡланыуҙы ойоштороуға бәйле хеҙмәттәр күрһәтеү сифатына мониторинг алып барырға мөмкинлек бирә.

– “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022” Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың юғары кимәле раҫланды, унда республиканың мәктәп ашнаҡсылары командалары призлы урындар яуланы, – тине Андрей Назаров. – Башҡортостан тәжрибәһе илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә таратыу өсөн тәҡдим ителде.

Төбәктә туҡланыу сифаты мониторингына ла айырым иғтибар бүленә, тип билдәләне Хөкүмәт етәксеһе. Был тармаҡ учреждениеларына 703 тапҡыр тикшереү барған. Былтырғы уҡыу йылы мониторингы йомғаҡтарынан күренеүенсә, ыңғай динамика күҙәтелә – хоҡуҡ боҙоуҙар һаны кәмей.

Премьер-министр билдәләүенсә, мәктәптәрҙә бракераж комиссиялары составы ҡайтанан ҡаралды һәм яңыртылды. Уларға кәмендә биш ата-әсә индерелгән. Графикка ярашлы, көн һайын аш-һыу сифаты тикшерелә.

– Һөҙөмтәлә ата-әсәләр яғынан ялыуҙар һанын 2021 йылда 215-тән 2022 йылда 143-кә тиклем кәметеүгә өлгәшелде, – тине ул.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм сифаты тураһында ентекләберәк Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне.

– 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының “Социаль туҡланыу идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы граждандарҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә 560 планға ярашлы һәм 143 пландан тыш тикшереү ойошторҙо, – тип хәбәр итте Алексей Гусев.

Премьер-министр Андрей Назаров Мәғариф һәм фән министрлығына 1 мартҡа тиклем санитар ҡануниәт талаптарын иҫәпкә алып, уҡыусыларҙы йәш буйынса бүлеп туҡланыуҙы ойоштороу, дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыу хаҡын йыл һайын индексациялау тәртибен әҙерләргә ҡушты. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына 1 апрелгә тиклем техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар бүлеү юлы менән мәктәп туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткән махсус ойошмаларға ярҙам саралары күрһәтеү тәртибен әҙерләргә ҡушылды. Шулай уҡ туҡланыуҙы ойоштороу кимәле түбән булған учреждениелар асыҡланған муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән аңлатыу эштәре алып барыу зарурлығы әйтелде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: