Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә мәғариф үҫешенә яҡынса йомғаҡ яһалды һәм 2023 йылға бурыстар билдәләнде.
- Былтыр дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу федераль программаһы буйынса 140 мәктәп бинаһына федераль бюджеттан 6,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. 63 мәктәп бинаһы төҙөкләндерелде, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Быйыл йәнә 77 мәктәп бинаһын төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ. Шулай уҡ алты мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды.
Үткән йыл Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Колледж уҡытыусыларына, мастерҙарына тәүге тапҡыр һәр береһе 690 мең һумлыҡ ун грант тапшырылды.
Андрей Назаров республиканың федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашыуын иҫкә төшөрҙө.
- «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә республикаға дүрт белем биреү кластерына 400 миллион һум йәлеп ителде. «Йәш профессионалдар» федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы республика Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде, - тип билдәләне Премьер-министр.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, республикаға белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлауға бығаса булмаған аҡса бүленде, федераль бюджеттан 3 миллиард һумға яҡын аҡса инде.
- 2023 йылда мәктәп системаларын яңыртыу федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 77 мәктәп бинаһын ремонтларға планлаштырабыҙ. Ремонт үткәреү өсөн федераль бюджеттан 3,6 миллиард һум һәм республика ҡаҙнаһынан 690 миллион һум бүленә, - тип һөйләне Айбулат Хажин.
Бынан тыш, мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлеген 100 процент кимәлдә һаҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Республикала «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, 2022 йылда уларҙың һаны 2000-гә еткән. Проект муниципаль балалар баҡсаларында урын менән тәьмин ителмәгән 2 айҙан 3 йәшкәсә балаларҙың ата-әсәләренә шәхси балалар баҡсаһында ташламалы хаҡҡа урын алырға хоҡуҡ бирә. 2023 йылдың 1 ғинуарынан проектҡа Иглин районы ла ҡушыла, ошо маҡсатта өҫтәмә 150 сертификат биреү күҙаллана.
2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң көслө ун төбәге иҫәбенә инде. Өфө, Күмертау, Нефтекама ҡалаларындағы һигеҙ мәктәптә авиатөҙөлөш профилендәге инженер кластары асылды. Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге кластарҙы асыу дауам итә.
2022 йылда 25 йәш ауыл уҡытыусыһы һәр ҡайһыһы 690 мең һум күләмендә грант алды, 44 уҡытыусы «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһына ярашлы бер миллион һум күләмендә ярҙам алды. Киләһе йылда 150 ауыл йәш уҡытыусыһына һәр береһе 690 мең һум күләмендә аҡса биреү күҙаллана.
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Президенттың ҡарары йәнә бер тапҡыр йәмғиәттә уҡытыусының статусы, уның эшмәкәрлегенең мөһимлеге хаҡында һөйләй, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Фото: belokatay.ru