Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ғинуар 2023, 21:30

Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты

Өфөлә йыл да уҙғарылған ҙур конкурстарға старт бирелде. Педагогтарға уңыштар теләйбеҙ!

Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты

Бөгөн Өфөлә "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" конкурстарына старт бирелде. Ошо айҡанлы Башҡортостан дәүләт филармонияһында тантаналы сара үтте.

Унда Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы комитеты рәйесе Раил Ғәзизов, баш ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, абруйлы ветеран уҡытыусылар, баш ҡаланың барлыҡ мәктәптәренән вәкилдәр ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар уҡытыусы хеҙмәтенең әһәмиәтен айырып билдәләне, быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылында изге һөнәр эйәләренә иғтибарҙың артыуын теләне. Былтыр йәш уҡытыусылар араһында “Педагог дебюты” номинацияһында еңеү яулаған Анастасия Ногина быйылғы конкурсанттарға теләктәрен еткереп, уңыштар теләне. Мәғариф ветерандары исеменән элекке министр, абруйлы уҡытыусы Ғәлиә Мөхәмәтйәнова сығыш яһаны. Ул да йәш коллегаларына иң изге теләктәрен еткерҙе.

Уҡытыусыларға Башҡортостандың милли халыҡ инструменттары оркестры матур концерт бүләк итте.

Быйылғы бәйгегә сыҡҡан уҡытыусыларҙың барыһына ла уңыштар, лайыҡлы сығыштар һәм йондоҙло сәғәттәр теләйбеҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Баш ҡала уҡытыусылары бәйгегә сыҡты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: