

25 ғинуар - Рәсәй студенттары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан иткән конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Фәнзил Назаров - Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының IV студенты. Ул Ейәнсура районының Байыш ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң колледжға уҡырға ингән. “Булыр бала – бишектән” тигәндәй, үҙен I курстан уҡ һәр яҡлап һәләтле студент, булдыҡлы егет, тоғро иптәш итеп танытҡан. II курстан старосталыҡ бурысын еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Егеттә ойоштороу һәләте ярылып ята: бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәҫ, кәрәк саҡта эшкә ҡуша, ойоштора белә. Үҙе ифрат оҫта – ҡулында һәр ваҡыт төрлө инструмент була, һәр эште белеп, теүәл башҡара. Фәнзил уҡыу менән бер рәттән колледжда үҙ һөнәре буйынса эшләп тә йөрөй: хеҙмәте лә яйлы, уҡыуы ла яҡшы.
"Оҙаҡ йылдар дауамында егеттәр менән эшләү тәжрибәмә таянып, шуны әйтә алам: ғәҙәттә, тап ошондай йәштәр һуңынан матур ғаилә башлығы, оҫта белгес булып китә", - ти тәрбиәсеһе Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы.
Фәнзилдәге ысын ир-егет сифаттары ҡайҙан килә? Әлбиттә, ғаиләһенән. Атаһы Фәнис Мөхәмәт улы – һөнәре буйынса урмансы, ауылдарында фермер булараҡ үҙ эшен ойошторған. Әсәһе – белеме буйынса тәрбиәсе, әлеге ваҡытта Байыш ауыл советында эштәр идарасыһы. Ошо аҡыллы ата-әсә ҡулында берҙән-бер бала булып үҫеүенә ҡарамаҫтан, Фәнзил бәләкәйҙән эш менән мәшғүл була. Атаһы менән әсәһе улдарын бер бөртөк тип артыҡ алдына алмай, кәрәк саҡта һайлау мөмкинлеге лә бирә. Фәнзил II курсты тамамлағас, геология разведкаһында ярҙамсы булып эшләп алған. Ул бер эштән дә ҡурҡмай, ихлас тотона, һәр бурысты еренә еткереп үтәй.
Егет спорт менән әүҙем шөғөлләнә: ҡыш саңғыла йөрөй, йәй Ҡаҫмартта һыу инә, айырыуса бесәндән һуң һыу инеү әйтеп аңлатҡыһыҙ көс бирә, ти ул. Әйткәндәй, үткән йәй атаһы менән ете эҫкерт бесән әҙерләгәндәр, атаһы ҡыуанысынан мал һанын арттырырға ҡарар киткән. Шунан Фәнзил тураһында нисек "бер, әммә берәгәй бала" тип нисек әйтмәйһең инде?
Фәнзилгә конкурста уңыштар теләйбеҙ! Ә һеҙҙе әүҙем, белемле, һәләтле йәштәребеҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ!
Фото Ф. Назаровтың шәхси архивынан.