Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Ғинуар 2023, 06:00

Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!

Таныш булығыҙ – аҡыллы, һылыу, белемле, рухлы Хәйбулла ҡыҙы Мәҙинә Аҡылова.

Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!

25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек. Был бәйгелә уңған, аҡыллы, әүҙем йәштәребеҙ “Иң яҡшы студент” исеме өсөн көрәшә. Ә бөгөн беҙ конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән яҡындан таныштыра башлайбыҙ.

Мәҙинә Аҡылова Сибай педагогия колледжының мәктәп бүлегендә IV курста уҡый. Ул – буласаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Мәҙинә Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуып үҫкән. Ул – уҡыу алдынғыһы, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа һәр ваҡыт алдынғы урындар яулай. Һәләтле ҡыҙ шиғырҙар, хикәйәләр, драмалар яҙа.  

"Бала саҡтан тик ултырмаҫ бала булдым. Энергиямды ҡайҙа итергә белмәй торғайным. Башланғыс класта тәүге уҡытыусым Билалова Факия Ишмөхәмәт ҡыҙы, аҙаҡ иhә Билалова Лилиә Салауат ҡыҙы, ҙур кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте Сынбулатова Рәилә Хибатулла ҡыҙы шул энергиямды дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеп, төрлө эштәр, конкурстар менән мауыҡтыра торғайны. Бар эште яратып башҡарҙым. ҡыҫҡаhы, мине шундай яҡшы уҡытыусылар уҡытҡанға, профессия һайлағанда, уҡытыусы буласағыма шигем юҡ ине. Ә Сибай педагогия колледжы тураһында өлкән апайымдан ишетеп белә инем. Ул да башланғыс кластар уҡытыусыhы һөнәрен үҙләштерҙе. Шуға күрә имтихандарҙы яҡшы биреп, Сибай педагогия колледжына документтарымды бирҙем. Әлбиттә, һайлаған һөнәрем буйынса, эшләйәсәкмен, тик минең алда тағы бер маҡсат тора: юғары уҡыу йорто", - ти тырыш, маҡсатлы ҡыҙ.

Мәҙинәнең һуңғы осорҙағы еңеүҙәрен барлап үтәйек. Декабрҙә колледждың мәктәп бүлеге командаһы менән Стәрлетамаҡта үткән һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурсында беренсе урын яулап ҡайтҡандар. Шул уҡ мәлдә “Тере һүҙ” шиғыр һөйләүселәр конкурсында ла ҡатнашып, Мәҙинә Аҡылова “Минең Башҡортостаным” номинацияһында II дәрәжәләге еңеүсе булып таныла.

Бына шундай бар яҡтан да килгән һәләтле, талантлы, аҡыллы ҡыҙ уҡый Сибай педагогия колледжында. Беҙ Мәҙинәгә һәм конкурста ҡатнашҡан барлыҡ егеттәргә һәм ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ. Ә һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, улар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ!

Фотолар: Мәҙинә Аҡылованың шәхси архивынан.

Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр менән таныштыра башлайбыҙ!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: