“БДИ-ла ҡатнашыу өсөн ғариза бирергә өлгөрөп ҡалағыҙ! Быны Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған теркәү урындарында эшләргә мөмкин. Бына адрестары: https://vk.cc/ckNL8q. Иң мөһиме – һуңғы көнгә тиклем, йәғни 1 февралгәсә (ошо көндә лә мөмкин) өлгөрөү.
1 февралдән һуң БДИ-ла ҡатнашыу өсөн ғаризаны Республиканың дәүләт имтихан комиссияһына (Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2) тапшырырға кәрәк буласаҡ, тик бының өсөн документ менән раҫланған етди сәбәптең булыуы шарт. Мәҫәлән, уҡыусы ошо осорҙа ауырыған булһа, поликлиниканан белешмә алып килеү мотлаҡ.
Ентекле мәғлүмәтте "ҡыҙыу элемтә" телефондары аша иртәнге 9.00-дән киске 18.00-гә тиклем алырға мөмкин: 8 (347) 218-03-81, 8 (347) 218-03-28.
Сығанаҡ: vk.com/glavbash
Фото: news.astr.ru