Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Ғинуар 2023, 16:00

Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә

"Иң яҡшы студент" конкурсында – Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу алдынғыһы Гөлйөҙөм Ҡотләхмәтова

Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә

Гөлйөҙөм Ҡотләхмәтова – Сибай ҡыҙы. Ошондағы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Бәләкәйҙән үҙ алдына маҡсат ҡуйып йәшәгән ҡыҙ уҡыу алдынғыһы булып таныла, лицейҙы алтын миҙалға тамамлай.

Бөгөн Гөлйөҙөм – Өфө дәүләт нефть техник университетының Бизнес экосистемалары һәм креатив индустриялар институтының IV курс студенты. Әле лә алдына оло маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшеп йәшәй, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул “ӨДНТУ-ның бронза отличнигы” исеменә эйә. “Worldskills.Туризм” йүнәлешендәге конкурста ҡатнашып, 3-сө урын яулаған. Шулай уҡ төрлө конферениця һәм проект эшмәкәрлектәрендә даими ҡатнаша, уңыштар яулай.

Әлеге ҡышҡы сессияһын да гел “бишле” билдәһенә тапшырыуға өлгәшкән.

– Семестр дауамында дәрестәрҙә яуап бирһәң, һынауҙар барышында уҡытыусылар ҙа ыңғай ҡарай, әммә үҙең дә тырышырға тейешһең, - ти Гөлйөҙөм.

Дуҫтар! Һеҙҙе төркөмөбөҙҙә дауам иткән "Иң яҡшы студент" конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ! 

Фотолар: Гөлйөҙөм Ҡотләхмәтованың шәхси архивынан. 

Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Маҡсатлы ла, һәләтле лә, әүҙем дә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: