

Республиканың күпселек уҡыу йорттарында ҡышҡы сессия дауам итә. Беҙ бөгөнгө студенттарҙың һынауҙарға нисек әҙерләнеүе менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек. “Быйылғы ҡышҡы сессия нисек бара? Имтихан биргәндә тулҡынланаһыңмы? Студенттар китап уҡыймы, әллә интернет мөмкинлектәрен өҫтөн күрәме?” тигән һорауҙарға егеттәр һәм ҡыҙҙар ихлас яуап бирҙе. Шулай уҡ стипендия күләме менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Улар тиңдәштәренә теләктәрен, кәңәштәрен дә еткерҙе.
Илмир ҠОТЛОГИЛДИН, Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының II курс студенты:
– Әлеге мәлдә ҡышҡы сессия дауам итә. Тәүге имтиханды “бишле” билдәһенә тапшырҙым, икенсеһенән – “автомат”. Аҙаҡҡы имтихан инглиз теленән, әле уға әҙерләнә башланым. Сессиянан сессияға тиклем студенттарҙың күңелле йәшәүе элек-электән билдәле бит инде (көлә). Әлбиттә, студент тормошо бик ҡыҙыҡлы, ләкин уҡыуға ла етди ҡарарға кәрәк тип уйлайым, әммә имтихан ваҡытында ҡурҡырға ярамай, был, киреһенсә, ҡамасаулауы бар. Уҡытыусылар тырышҡан студенттарҙы күрә, белем кимәлен дә ғәҙел баһалай. Лекцияла яҙған конспекттар ныҡ ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта интернет селтәрендә лә күп һорауҙарға яуап табып була. Тик шулай ҙа, интернет ярҙамында ғына имтихан тапшырып булмай, тип уйлайым. Мин китапты тотоп уҡырға яратам.
Стипендия тураһында һорауға яуап биреү ауырыраҡ. Егет кеше булараҡ, ашарға бешереү бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Әсәй эргәһендә тәмле ашап өйрәнгәс, үҙем бешергән аштар ул тиклем татлы тойолмай, шуға егеттәр менән ашханаға йөрөйбөҙ, ә хаҡтар, әлбиттә, ҡыйбат ҡына. Шул уҡ ваҡытта йәш кеше төрлө яҡлап үҫешергә тейеш: сараларға, драма театрына, киноға йөрөргә тырышам. Филология факультеты студенты булараҡ, хәҙерге заман яҙыусыларының ижады менән танышып барам, аҡса әҙерәк артҡанда китаптар һатып алам. Әлбиттә, стипендияға ғына йәшәп булмай, атай-әсәйем финанс яҡтан ярҙам итә. Тиңдәштәремә сессияны уңышлы тапшырып, юғары стипендия алып ҡыуаныуҙарын теләйем.
Нурия ҒИЛМУЛЛИНА, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының III курс студенты:
– Студент тормошо – ғүмерҙең иң сағыу, мауыҡтырғыс һәм бер ҡасан да ҡабатланмаҫ мәле, шуға күрә һәр көнөмдө файҙалы итеп үткәрергә, яңы маҡсаттарға ынтылырға тырышам. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡыуыма бик шатмын, бындағы һәр уҡытыусы асыҡ йөҙлө, тәрән фекерле, тәжрибәле. Ҡасан ғына һорау йәки мөрәжәғәт менән килмә, улар һине тыңларға, кәңәш бирергә ваҡыт таба. Ә инде йәштәштәремә килгәндә, улар барыһы ла маҡсатлы, ҡыҙыҡһыныусан, асыҡ күңелле.
Өс йыл уҡыу барышында бер генә тапҡыр имтихан тапшырҙым, башҡаларынан билдәне “автомат” рәүешендә алдым. Ҡурҡыу һәм тулҡынланыуға килгәндә, улар – тәбиғи тойғо, сөнки беребеҙ ҙә робот түгел.
Филология бүлегендә уҡығанға күрә, китапхананан айырылғаным юҡ. Әлбиттә, төрлө студенттар бар: кемгәлер минең кеүек ҡулға китап тотоп әҙерләнеү оҡшай, кемдер университеттың электрон китапханаһы сығанаҡтарына өҫтөнлөк бирә. Һәр студенттың үҙ алымы, минеңсә. Иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ бүлеү, уҡыу, имтиханға әҙерләнеү барышында ял да итә белеү.
Әлеге ваҡытта сессия биргән студенттарға түҙемлек, күтәренке күңел торошо, сәләмәтлек һәм еңел һынауҙар теләйем.
Гөлйөҙөм ҠОТЛӘХМӘТОВА, Өфө дәүләт нефть техник университеты Бизнес экосистемалары һәм креатив индустриялар институтының IV курс студенты:
– Был ҡышҡы сессияны гел “бишле” билдәһенә тапшырыуға өлгәштем. Һәр сессия – тулҡынландырғыс осор, әммә уҡыуға яуаплы ҡараһаң, семестр дауамында дәрестәрҙә яуап бирһәң, һынауҙар барышында уҡытыусылар ҙа ыңғай ҡарай. Берәй үтә етди имтихан алдынан ныҡ тулҡынланыу, ҡурҡыу хисе баҫһа, үҙемә: “Һинең һаулығың баһаларға ҡарағанда мөһимерәк”, – тип әйтәм һәм күңел торошомдо тыныслыҡҡа, яҡшы кәйефкә көйләйем.
Сессия барышында башлыса интернет ресурстарына таянам. Дүрт йыл дауамында бер тапҡыр ҙа китапханаға барып әҙерләнгәнем юҡ.
Беҙҙең университетта аҡсалата дәртләндереү саралары, юғары стипендия түләү яҡшы ҡуйылған. Әммә ниндәй генә суммала стипендия алһаң да, ул бер ай йәшәү өсөн етмәй.
“Барыһы ла үтә” тигән аҡыл эйәһе, шуның кеүек сессия ла – бер мәл генә. Уҡыуҙа тырышлыҡ күрһәтһәң, уҡытыусылар ҙа һәр ваҡыт ыңғай мөғәмәләлә була, тигән ҡараштамын.
Аделия Ғәлиуллина, Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институтының иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының III курс студенты:
– Мин “Юриспруденция” йүнәлеше буйынса белем алам. Ҡышҡы сессияны “автомат” билдәләр алып, гел “бишле”гә тапшырҙым. Әммә был эш еңел булды, тип әйтмәҫ инем, сөнки дәрес ҡалдырмау, лекция һәм семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашыу шарт. II курсҡа тиклем имтихандар ваҡытында ныҡ тулҡынлана торғайным. Һәр зачет йәки һынауҙы уңышлы тапшырыу һинең ярты йыл дауамындағы хеҙмәтеңә бәйле. Әгәр һәр теманы үҙләштереп, нығытып барһаң, сессия барышында конспекттарыңды ҡарап, хәтергә төшөрөү ҙә етә.
Әлбиттә, бөгөнгө мәғлүмәт һәм технологиялар заманында бөтә студенттар ҙа интернетҡа өҫтөнлөк бирәлер, әммә мин лекция барышында уҡытыусыларыбыҙ биргән белемгә нығыраҡ таянам, шуға күрә һынауға уңышлы әҙерләнеү өсөн иң кәрәкле нәмә тип интернет менән конспекттарҙы атар инем.
Уҡырға ингәндән институт тормошонда әүҙем ҡатнаштым, төрлө конкурстарҙа, форумдарҙа, олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһаным. Һөҙөмтәлә III курста РФ Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы Президиумының 2022/2023 уҡыу йылына махсус стипендияһына лайыҡ булдым. Институт етәкселеге уҡыуҙа, ижтимағи-мәҙәни тормошта, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем студенттарҙы уҡыу йылы аҙағында бер тапҡыр тапшырылған исемле стипендиялар менән дә дәртләндерә. Әлбиттә, студентҡа тәғәйен стипендия күләме әллә ни ҙур түгел, әммә хеҙмәтеңде баһалауҙары артабан тырышып уҡырға, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнашырға әйҙәй.
Йәштәштәремә ошо матур ваҡыттың ҡәҙерен белеп, төплө белем алыуҙарын, үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫтереүҙәрен теләйем. Шул саҡта мотлаҡ уңышлы буласаҡһығыҙ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА