Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Ғинуар 2023, 20:52

Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, быйылғы йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы булараҡ үтә. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сағыу сара үтте. Уның вуздың тыуған көнөндә үткәрелеүе тантанаға тағы ла ҙурыраҡ байрам рухы өҫтәне. Кисәлә Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Алексей Дербеко, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Руслан Ханнанов, Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әлибәков һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Алексей Дербеко сараға йыйылғандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм Уҡытыусы һәм остаз йылы башланыу менән ҡотланы. Шулай уҡ ҡатнашыусыларға видеоалымда Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцовтың ҡотлау сәләме еткерелде.

– М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты бөгөн тотош ил кимәлендә педагогия йүнәлешендәге иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе булып танылды. Уны тамамлаусылар республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә уңышлы эшләй һәм илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индерә, – тип билдәләне Алексей Дербеко.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов үҙ сығышында уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтенә, 56 йыллыҡ бай тарихҡа эйә вуздың педагогтар әҙерләү эшенә тос өлөш индереүенә баҫым яһаны.

– 56 йыл эсендә беҙҙең уҡыу йортон 60 меңдән ашыу белгес тамамланы, университет ҡеүәтле нигеҙгә эйә булды һәм ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәште.

Барығыҙға ла хеҙмәтегеҙ, университетыбыҙ үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Бөгөн беҙ Уҡытыусы һәм остаз йылына старт бирәбеҙ. Был уҡытыусының бөйөк роле, педагогтарҙың кәрәклеге хаҡында хәтергә төшөрөргә тағы ла бер сәбәп. Федераль кимәлдә лә, республика, муниципаль кимәлдә лә бик күп яҡшы ҡарарҙар ҡабул ителер, тип уйлайым. Уларҙы бөтә уҡытыусылар һәм уҡытыусылар йәмәғәтселеге матди йәһәттән дә, әхлаҡи яҡтан да хуплар, – тине Салауат Тәлғәт улы.

Байрам барышында Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм уның ҡарамағындағы педагогия колледжы студенттарына Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Улар араһында уҡыу алдынғылары, йәмәғәт тормошо әүҙемселәре булып танылған, фән донъяһына ҡыйыу аҙымдар яһаған Олег Йәркәев, Дарья Захарова, Эльвина Ғәлләмова, Хәлим Дәүләтгәрәев, Диана Зәйҙуллина, Артур Яхин, Айгөл Аҫылғужина һәм башҡалар бар ине. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның уҡытыусыларына һәм хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырылды.

Концертты Аҡмулла университетының “Держава”, “Кружева”, “Грация”, “Страдл” кеүек ижади коллективтарының сығыштары биҙәне. Шулай уҡ был көндә Аҡмулла университетында бер нисә яңы майҙансыҡ асылды.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: