Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Ғинуар 2023, 19:00

"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"

“Иң яҡшы студент” конкурсында – Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты Ғәзиз Ғәббәсов. 

"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты Ғәзиз Ғәббәсов Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте Күмертау ҡалаһында тамамлай.

Университетта һәм факультетта Ғәзизде уҡыу алдынғыһы булыу менән рәттән бейеүсе егет тип беләләр. “Иң яратҡан шөғөлөм – бейеү”, - ти Ғәзиз үҙе лә. Әйткәндәй, был сәнғәт төрө менән Башҡорт дәүләт университетына (бөгөн – Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡырға ингәс кенә шөғөлләнә башлай ул. Әммә уңыштары тос ҡына. Университеттағы, факультеттағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ансамбль менән төрлө конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре лә бихисап. 2022 йылдың декабрендә “Байыҡ” республика конкурсында ла бейергә өлгәшкән.

Ғәзиз – ҙур һәм татыу ғаиләнән. Әсәһе – уҡытыусы, атаһы – төҙөүсе. “Беҙ ғаиләлә ете кеше, мин – уртансы бала, апайым, ағайым, игеҙәк мырҙаларым бар”, - ти Көйөргәҙенең шәп егете.

Студент егеттең тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөлө бар – корей телен өйрәнә, ваҡыты булғанда корей мәҙәниәте буйынса мәҡәләләр яҙа.

Ғәзиз үҙенең яугир рухлы, ныҡышмал, ҡурҡыу белмәҫ Ҡыпсаҡ ырыуынан булыуы менән дә ғорурлана. Беҙ уға "Иң яҡшы студент" конкурсында ла уңыштар, еңеү теләйбеҙ! 

Фотолар Ғәзиз Ғәббәсовтың шәхси архивынан.

"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
"Яугир рухлы Ҡыпсаҡ ырыуынанмын!"
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: