

Әлиә Өмөмтҡужина сығышы менән Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынан.
“Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Апайым, ҡустым һәм һеңлем бар. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының милли музыка ҡоралдары бүлегенә уҡырға килдем. Думбырала уйнау серҙәренә төшөнәм. Сәнғәт колледжында уҡыу менән бер рәттән, Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институтының (филиалы) педагогика факультетында ла уҡып йөрөйөм. Әлегә ваҡытта сәнғәт колледжының һуңғы курсында һәм Сибай институтының II курсында белем алам”, - тип таныштырҙы Әлиә үҙе менән.
Тырыш ҡыҙ уҡыуҙан тыш фән, әҙәбиәт һәм йыр-моң менән ҡыҙыҡһына. Әлиә – Булат Солтангәрәев, Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге премиялар лауреаты, "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе. Шулай уҡ "Йәш журналист" республика конкурсында беренсе урын яулаған. Шиғыр һөйләү буйынса уҙғарылған "Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!", " Тере һүҙ", "Йөрәктән-йөрәккә" кеүек конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алған.
2022 йылдың апрелендә етәксеһе Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова менән "Ҡаһарман" арт-коучинг проектына эшен ебәреп, финалға үткән. 22-23 октябрҙә Өфө ҡалаһындағы “Президент” отелендә үткән йомғаҡлау сараһында ҡатнашҡан.
“Сибай институтында уҡыу оҡшай. Тәжрибәле уҡытыусылар төплө белем бирә. Шулай уҡ уҡыу йортонда студенттарҙың һәләтен асыу, уларҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Уҡытыусылар ярҙам итергә, һинең идеяларыңды тормошҡа ашырырға һәр саҡ әҙер. Барыһы ла үҙеңдән һәм һинең тырышлығыңдан тора”, - ти Әлиә.
Беҙ Әлиә Өмөтҡужинаға һәм конкурста ҡатнашҡан барлыҡ һәләтле, белемле, тырыш йәштәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар Әлиә Өмөтҡужинаның шәхси архивынан.