Гөлүзә Әхмәҙиева Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында, тәбиғи фәндәр факультетында уҡый. Сығышы менән Дәүләкән районының Фариҙун ауылынан.
“Ғаиләбеҙ ишле һәм, Аллаға шөкөр, татыу. Мин дүрт баланың тәүгеһе: ике ҡустым һәм бәләкәс һеңлем бар”, - тип яҡындары менән таныштырҙы Гөлүзә.
Ул Дәүләкән ҡалаһындағы 5-се гимназияны тамамлаған. Мәктәп йылдарында төрлө кимәлдәге сара-конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан. “Мәктәптә уҡығанда “Урал батыр” эпосы менән ҡыҙыҡһынып, уны ятлай башланым һәм, форсат сыҡҡанда, эпос һөйләүселәр конкурстарына йөрөнөм. 7-се кластан алып мәктәп уҡытыусыларының кәңәше буйынса дәрестәрҙән һуң Дәүләкәндәге Балалар сәнғәт мәктәбенә башҡорт фольклоры класына йөрөнөм. Унда халҡымдың оҙон көйҙәрен өйрәндем, думбыра менән ҡумыҙҙа уйнай башланым, бер аҙ бейеү буйынса дәрестәр алдым”, - ти һәр саҡ үҫешкә, белемгә ынтылған ҡыҙ.
Гөлүзә үҙ теләге, эске ынтылышы менән изге дин юлына баҫҡан. “10-сы класта яулыҡ ябынырға булдым – Белем көнөнөң линейкаһында ябынған көйө баҫып тора инем инде. Әлеге көндә ошо аҙымыма ҡыуанып бөтә алмайым. Дини белемемде үҫтерергә тырышам”, - ти иманлы йәш кеше.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инә. Киләсәктә физика һәм информатика уҡытыусыһы буласаҡ.
Ул – тәбиғи фәндәр факультеты студенттарының фәнни ойошмаһы рәйесе. Ойошма тарафынан төрлө интеллектуаль уйындар, конференциялар ойошторола, тикшеренеү эштәре үткәрелә. Былтыр грант алыуға проекттар эшләп ҡарағандар, “еңмәһәк тә, ҙур тәжрибә алдыҡ”, ти ойошма рәйесе.
Гөлүзә Әхмәҙиева Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ағинәйҙәр ҡоро менән дә бәйләнеш тота. “Шул тиклем ихлас, әүҙем инәйҙәр. Улар йыл һайын үткәргән Балан байрамында ярҙамлашып өлгөрҙөм, башҡа төрлө сараларҙа ла бергә ҡатнаштыҡ”, - ти уңған ҡыҙ.
Буш ваҡытында китап уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға ярата, оҫта тегә. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙенә ҡашмау эшләй. “Кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеме булһа ла, ҡай саҡ сараларға кейеп сығам – матур бит!” – ти Гөлүзә. Тағы ла бер ҙур хыялы бар ҡыҙҙың: әбейе өйрәткәнсә, Дим буйы биҙәктәре менән балаҫ һуғыу.
Яҡын кешеләренә – ата-әсәһенә, ҡартатай-өләсәйҙәренә, барлыҡ туғандарына, уҡытыусыларына, тормош юлында осраған һәр кешегә рәхмәт хисе менән бағып, үҙе лә тормошто яратып йәшәй Гөлүзә. Күңеле лә, үҙе лә матур ҡыҙға уңыштар!
Фотолар: Гөлүзә Әхмәҙиеваның шәхси архивынан.