Юлиә Хәлилова Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән, ғаиләһе Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Ул Мәскәү ҡалаһындағы Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеүҙәр медицина университетында уҡый.
Юлиә I кластан XI класҡа тиклем Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем ала. Уҡыу алдынғыһы булып танылып, гимназияны тик яҡшы билдәләргә тамамлай.
Мәктәп йылдарында олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәресен ярата һәм ошо өлкәлә лә уңыштарға өлгәшә. Шулай ҙа һөнәр һайлау мәсьәләһе тыуғас, ул медицина йүнәлешенә өҫтөнлөк бирә.
“VIII класта уҡығанда медицина өлкәһен һайлау тураһында уйлана башланым, шуға күрә химия һәм биология фәндәренә иғтибар йүнәлттем”, - ти Юлиә. Тырыш ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшыра, ә рус теленән 100 балл йыйыуға өлгәшә. Был уңыштары өсөн уҡытыусылары – Зөлфиә Ташбулат ҡыҙы Бураншинаға (химия) һәм Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы Ҡотлогилдинаға (рус теле) рәхмәтле.
“Хыялым Мәскәүҙә уҡыу ине. Атайым менән әсәйем теләгемә ҡаршы төшмәне. Бөгөн мин – Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеүҙәр медицина университетының II курс студенты. Рәсәйҙең алдынғы медицина университеттарының береһендә уҡыу, әлбиттә, ауыр, әммә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы”, - ти Юлиә.
Уҡыу менән бер рәттән, ваҡыт табып, йәмәғәт эшендә лә ҡатнашырға тырыша ул. Үҙҙәренең уҡыу йортонда үткән ҡан тапшырыу акцияларында иптәштәре менән ойоштороусы булараҡ сығыш яһай. Әйткәндәй, Юлиәнең ата-әсәһе – икеһе лә донорҙар, атаһы хатта Рәсәйҙең почетлы доноры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостандан бик күп йәштәр белем ала. Улар "BashStudents" ойошмаһына берләшкән. “Төрлө саралар ойошторабыҙ. Ғөмүмән, гел осрашып-аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ”, - ти Юлиә. Әйткәндәй, беҙҙең гәзит үткәргән “Иң яҡшы студент” конкурсына ла ул “Башстудентс” ойошмаһы тарафынан күрһәтелде.
“Әлегә студент тормошондағы иң ҙур уңышым – үҙем уҡыған университетта башҡорт яҡташтар берҙәмлеген ойоштороуҙы башлап ебәреүем. Алла бирһә, барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым”, - тип изге ниәттәре менән уртаҡлашты Юлиә Хәлилова.
Беҙ уға хыял-маҡсаттарына өлгәшеп йәшәүен, киләсәктә лайыҡлы, танылған табибә булыуын теләйбеҙ!
Фотолар Юлиә Хәлилованың шәхси архивынан.