

Илүзә Янбаева Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫкән. “Татыу ғаиләлә яратылып буй еткерҙем, әсәй-атайымдың, ағайҙарымдың, ҡәрсәй-ҡартайымдың һөйөүен татыуым менән бәхетлемен”, - ти конкурсантыбыҙ.
Илүзә бала саҡтан зирәк, әүҙем була, тырышып уҡый, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. VIII класта иң ҙур хыялдарының береһен тормошҡа ашырып, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инә. “Был уҡыу йортонда белем алыуыма сикһеҙ шатмын. Республика кимәлендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, гимназиямдың данын арттырыуға өлөшөмдө индерҙем тип уйлайым”, - ти тырыш ҡыҙ.
Илүзә Янбаева – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, Төньяҡ-көнсығыш олимпиадалары, төрлө конкурс һәм конференциялар еңеүсеһе. Уҡыуҙағы уңыштары, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барғаны өсөн 2022 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты булыу бәхетенә өлгәшә. Гимназияла "Аҡ ҡауырһын" түңәрәгенә йөрөп, ижади яҡтан үҫешә, шиғырҙары, иншалары, мәҡәләләре милли матбуғатта һәм йыйынтыҡтарҙа донъя күрә. “Яратҡан гимназияма ныҡ рәхмәтлемен, ул миңә ысын дуҫтар табырға, оло тормошҡа тәү аҙымдар яһарға ярҙам итте”, - тине Илүзә, шаулап-гөрләп үткән мәктәп йылдарын иҫкә алып.
Хәҙерге ваҡытта ул – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының I курс студенты. Башҡорт һәм инглиз телдәре йүнәлешендә уҡый. Үҙен яңы өлкәләрҙә һынап ҡарай. Буш ваҡытында матур йөкмәткеле кинофильмдар ҡарарға, китап уҡырға ярата. Асыҡ күңелле, алсаҡ ҡыҙҙың дуҫтары ла күп. Улар менән осрашып, ваҡытын файҙалы үткәреү, аралашыу ҙа оҡшай ҡыҙға. Шулай уҡ Илүзә фотоға төшөргә, мәрйендән биҙәүестәр эшләргә, һүрәт төшөрөргә ярата. Киләсәккә ҙур маҡсаттар һәм пландар менән йәшәгән ҡыҙҙың хыялдары, уй-ниәттәре тормошҡа ашһын!
Хөрмәтле, дуҫтар! Һеҙҙе алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙҙең береһе булған Илүзә Янбаева һәм башҡа конкурсанттар өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фотолар Илүзә Янбаеваның шәхси архивынан.