Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Ғинуар 2023, 21:30

Тел өйрәнеү бала күңелен байыта ғына

Балаларын полилингваль мәктәптәргә бирергә теләгән ата-әсәләр бик күп. 

Тел өйрәнеү бала күңелен байыта ғына
Тел өйрәнеү бала күңелен байыта ғына

Полилингваль мәктәптәр республикабыҙҙың мәғариф системаһында ныҡлы үҫеш ала бара. Бөгөн улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында уңышлы эшләп килә.

Ошо йүнәлештәге дүрт мәктәптә, дөйөм алғанда, 4800 самаһы уҡыусы башҡа фәндәр менән рәттән төрлө телдәрҙе тәрәндән өйрәнә. Яҡын арала бындай мәктәптәрҙе Учалы ҡалаһында, Аҡъяр, Мишкә, Асҡын, Үрге Тәтешле һәм Бишбүләк ауылдарында асыу күҙаллана.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева менән Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған “Интервью” тапшырыуында һүҙ нәҡ ошо хаҡта барҙы.

Әлфиә Зәкир ҡыҙы: “Беҙҙә полилингваль белем биреү программаһының тормошҡа ашырыла башлауы осраҡлы хәл түгел, сөнки республикабыҙ – күп милләтле һәм күп мәҙәниәтле төбәк. Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыу алты телдә алып барыла, 11 туған тел өйрәнелә”, - тип билдәләп үтте.

Белеүебеҙсә, был башланғысҡа нигеҙ 2019 йылда, башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы барған көндәрҙә һалынды. Был хаҡта үҙенең сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.  Ул саҡта яңы башланғысты ғәмәлгә ашырыу өсөн башҡа төбәктәрҙең, айырыуса Аланияның эш тәжрибәһен ентекле өйрәнеү бурысы ҡуйыла.

“Полилингваль мәктәптәр булдырыуҙың төп маҡсаттарының береһе – төбәгебеҙ халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Беҙҙәге белем усаҡтарының үҙенсәлеге – улар республикабыҙҙа дәүләт телдәре булған рус һәм башҡорт телдәрен генә түгел, башҡа туған телдәрҙе өйрәнеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, 2024 йылда Мишкә районының Мишкә ауылында рус, мари һәм инглиз телдәрендә уҡытыу алып барыласаҡ полилингваль мәктәп асыу планға алынған”, - тип билдәләне Әлфиә Зәкир ҡыҙы әңгәмә барышында.

Шулай уҡ республикабыҙҙа сыуаш, удмурт телдәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән полилингваль мәктәптәр ҙә буласаҡ. Әйтергә кәрәк, бындай белем усаҡтары халыҡ тарафынан хуплап ҡаршы алынды, шуға күрә балаларын тап ошо белем усаҡтарына бирергә теләгән ата-әсәләр бик күп.

Фото: БЮТ төркөмөндәге видеояҙманан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: