Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Ғинуар 2023, 18:00

Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә

“Иң яҡшы студент” конкурсында - Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Ләйсән Үтәғолова. 

Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә

Ләйсән Үтәғолова Өфө фән һәм технологиялар университетында наноинженерия йүнәлеше буйынса уҡый. Ул Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын гел “бишле” билдәләренә тамамлаған. Мәктәп йылдарында бейеү менән шөғөлләнгән, башҡорт һәм рус телдәре буйынса олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһаған.

I курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, университет тормошонда әүҙем ҡатнаша Ләйсән: үҙ төркөмөндә профорг итеп һайлағандар, “Watermelons crew” тип аталған командаға ингән, заманса бейеүҙәр менән мауыға. Быйылғы уҡыу йылында факультетының “Осош” тип аталған таланттар конкурсында әүҙем ҡатнашып, бейеү, йыр, актер оҫталығы буйынса һәләттәрен күрһәткәндәр.  

Шулай уҡ Ләйсән Азия мәҙәниәтен өйрәнә, укулелела уйнай. I курс студенттары араһында үткәрелгән турнирҙа команда менән ҡатнашып, Үзбәкстан мәҙәниәтен, уның кухняһын лайыҡлы күрһәтә алғандар. “Урын алманыҡ, уның ҡарауы, иң үҙенсәлекле команда булып танылдыҡ”, - ти Ләйсән.

Бына шулай, гөрләп торған студент тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй тырыш ҡыҙ. Ләйсән үҙенә матур тәрбиә биргән әсәһенә һәм терәк-таяныс булған ағаһына ҙур рәхмәтле. Аҡыллы, матур холоҡло ҡыҙҙың киләсәге лә яҡты, бәхетле булһын, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.

Фотолар Ләйсән Үтәғолованың шәхси архивынан.

Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Буласаҡ инженер Азия мәҙәниәтен өйрәнә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: