Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Ғинуар 2023, 14:30

Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!

“Иң яҡшы студент” конкурсында – Ишембай нефть колледжы студенты Айһылыу Кинйәбаева. 

Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!

Айһылыу Кинйәбаева – Ишембай ҡалаһы ҡыҙы. Бөгөн ул Ишембай нефть колледжында машиналар эшләү бүлегенең 3-сө курсында уҡый.

- Минең исемем ике мәғәнәүи өлөштән тора: "ай" һәм "һылыу". Тәүгеһе – ай, ә икенсеһе нәзәкәтле, һылыу тигәнде аңлата. Бәлки, шуғалыр ҙа матурлыҡ бәйгҽләрҽндә ҡатнашырға яратам, улар миңә көс, дәрт, илһам бирә. Мәктәп йылдарынан һәр бәйгелә ҡатнашып, лайыҡлы урындар алдым, - ти Айһылыу.

Тырыш ҡыҙ, уҡыу алдынғыһы булыу менән рәттән, колледж тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Юрматы" фольклор ансамблендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.

Айһылыу татыу, өлгөлө ғаиләлә матур тәрбиә алған. Ата-әсәһенә – ярҙамсы, ике ҡустыһына – Радмир менән Даянға хәстәрлекле апай ул. Әсәһе Зилә ханым – шәфҡәт туташы, атаһы Радик – адвокат.

“Ғаиләм – минең иң ҙур таянысым, ҡәҙерле кешеләрем янында үҙемде һәр ваҡыт яҡлаулы, һаҡлаулы итеп тоям. Ял көндәрен бергә уҙғарырға тырышабыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ”, - ти уңған ҡыҙ.

“Башҡортостан” гәзите төркөмөндә барған “Иң яҡшы студент” конкурсында ла Айһылыуға уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ!

Фотолар Айһылыу Кинйәбаеваның шәхси архивынан. 

Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Үҙе һылыу, үҙе аҡыллы!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: