Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Ғинуар 2023, 20:30

Халҡыбыҙ ҙур һынауҙар аша уҙған...

һуғыш йылъяҙмаларында Ленинградтың блокадаһы айырым урын биләй.

Халҡыбыҙ ҙур һынауҙар аша уҙған...
Халҡыбыҙ ҙур һынауҙар аша уҙған...

“Тарихи хәтер” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 8-се урта мәктәп уҡыусылары өсөн Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнөнә арналған хәтер дәресе үткәрҙе.

Сарала "Берҙәм Рәсәй" партияһының Бәләбәй районындағы бүлексәһе башҡарма секретары Ольга Ивлева ҡатнашты. Ул сығышында, һуғыш йылъяҙмаларында Ленинградтың батырҙарса оборонаһы айырым урын биләй, тип билдәләне. Нәҡ ошо ҡала илебеҙ халҡы өсөн Ватанға һәм үҙ ҡалаларына ҡарата һөйөү, шулай уҡ батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ символына әүерелде.

Хәтер дәресе ваҡытында уҡыусылар Ленинградты обороналауҙың ҡаһарманлыҡ биттәре, ҡамауҙа ҡалған ҡала халҡының көндәлек аяуһыҙ тормошо, “Тормош юлы” водителдәренең көндәлек батырлыҡтары һәм ҡаланы яҡлаған, Ленинград халҡын оккупациянан азат иткән совет армияһы яугирҙәре менән танышты.

Ҡамауҙа ҡалған Ленинград фотоһүрәттәре, унда йәшәүселәр тураһында хәтирәләр, ҡамау тураһында документаль кинохроника фрагменттары, Дмитрий Шостаковичтың 7-се "Ленинград" симфонияһы көйө сарала ҡатнашыусыларға 900 көн һәм төн дауам иткән ҡамау ваҡытында Ленинград, уның халҡының тормошо тураһында белергә ярҙам итте.

“Музей хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар, студенттар өсөн төрлө дәрестәр, күнекмәләр, акциялар үткәрә. Хәҙерге ваҡытта йәш быуындың үҙ иленең тарихын, Бөйөк Ватан һуғышында еңеү хаҡында белеүе мөһим. Бурысыбыҙ – беҙ йәшәһен өсөн ғүмерен биргән кешеләрҙе иҫкә алыу”, – тине Ольга Ивлева.

"Бындай сараларҙа һуғыштың барлыҡ дәһшәтле мәлдәрен, халҡыбыҙҙың ниндәй һынауҙар үткәнен аңлайһың. Тарихты ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларҙан, дөрөҫ документтарҙан һәм шаһиттарҙың хәтирәләренән өйрәнеү бик мөһим. Музейҙа һаҡланған экспозициялар, документтар быға ярҙам итә”, — тине 8-се мәктәп уҡыусыһы Марат Ғабдрахманов.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: