Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Ғинуар , 21:15

Еңеүсе студенттарҙы ҡотлайбыҙ!

Төркөмөбөҙҙә барған "Иң яҡшы студент" конкурсының еңеүселәре асыҡланды.

Еңеүсе студенттарҙы ҡотлайбыҙ!
Еңеүсе студенттарҙы ҡотлайбыҙ!

25 ғинуар - Рәсәй студенттары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә "Иң яҡшы студент" тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Унда уңған, тырыш, аҡыллы, әүҙем йәштәребеҙ ҡатнашты. Барыһына ла "Афарин!" тибеҙ.

Тауыш биреү сәмле, көсөргәнешле барҙы. Шулай итеп, бына улар - конкурс еңеүселәре:

1-се урында - Сибай педагогия колледжы студенты Мәҙинә Аҡылова;
2-се урында - Ишембай нефть колледжы студенты Айһылыу Кинйәбаева;
3-сө урында - Өфө күп профилле колледжы студенты Наҙлыгөл Саяпова.

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, ҡыҙҙар!

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, еңеүсе студенттар һәм улар белем алған уҡыу йорттары тураһында "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәлә донъя күрәсәк, был йәштәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ студенттарға, уларҙы алға сығарыу өсөн дәррәү ҡеүәтләгән дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Йәштәребеҙҙе Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса тулы мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll63c5749078aaea9e0661cb76

Фотолар еңеүселәрҙең шәхси архивынан.

Еңеүсе студенттарҙы ҡотлайбыҙ!
Еңеүсе студенттарҙы ҡотлайбыҙ!
Еңеүсе студенттарҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в