Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Ғинуар , 12:00

Конкурсыбыҙ бөгөн тамамлана!

Һуңғы сәғәттәрҙә тауыш биреү нисек бара? Кем алға сыҡты? Кемдәр еңер?..

Конкурсыбыҙ бөгөн тамамлана!
Конкурсыбыҙ бөгөн тамамлана!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” сайтында иғлан иткән “Иң яҡшы студент” конкурсына бөгөн – Рәсәй студенттары көнөндә йомғаҡ яһайбыҙ. Тауыш биреү 21.00 сәғәткә тиклем дауам итә. Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll63c5749078aa..

Әлеге сәғәткә тауыш биреү нисек бара? Беренсе һәм икенсе урындар өсөн Сибай педагогия колледжының мәктәп бүлеге студенты Мәҙинә Аҡылова (иртәнге 9.00 сәғәткә 1623 тауыш) менән Ишембай нефть колледжы студенты Айһылыу Кинйәбаева (1597) “көрәшә”. Артабан Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының тәбиғи фәндәр факультеты студенты Гөлүзә Әхмәҙиева менән Өфө киң профилле колледжы студенты Наҙлыгөл Саяпова килә. Ҡыҙҙарҙың береһенә 3-сө урын яулау бәхете йылмайыр, тип өмөт итәбеҙ.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты Илшат Ҡазыханов, Өфө фән һәм технологиялар университетынан Ғәзиз Ғәббәсов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Илүзә Янбаева, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенты Фәнзил Назаров һәм башҡаларҙың да еңеү мөмкинлеге бар.

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, иң күп тауыш йыйған өс студентты асыҡлап, еңеүселәр, улар белем алған уҡыу йорто (факультет) хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, йәштәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ. Әйҙәгеҙ, һуңғы сәғәттәрҙе файҙаланып ҡалайыҡ, йәштәр өсөн әүҙем тауыш бирәйек!

Нәсих Хәлисов коллажы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в