Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Ғинуар 2023, 17:50

Студент билеты тапшырылды

Бының байрам көнөндә уҙғарылыуы бигерәк тә үҙенсәлекле булды.

Студент билеты тапшырылды
Студент билеты тапшырылды

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә студенттарҙы байрамдары менән ҡотланы:

- Бөгөн Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетының яңы йолаһында ҡатнаштым – студентлыҡ символын – студент билетын Екатерина Шаймардановаға тапшырҙым. Ул информатика һәм робот техникаһы факультетының беренсе курсында уҡый, уҡырға ингәндә үк ул рус теле буйынса 100 балл йыйып, беренсе сессияны “отлично”ға тамамланы.  

 Республиканың юғары уҡыу йорттарының һәр икенсе студенты – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты. Беҙҙең яңы ҙур университет студенттар һаны буйынса Рәсәйҙең иң ҙур биш юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. Бер юлы бында 48 мең кеше белем ала. Хәҙер финанслауҙың артыуына һәм матди базаның нығыныуына өмөт итәбеҙ.

Был тармаҡтың һөнәри үҫеше өсөн дә мөһим. Бөгөн беҙҙең студенттар фәнни эҙләнеүҙәрҙә, белем биреү, инновация һәм ижади проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.  

“Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе юғары технологиялы компаниялар-партнерҙар менән ныҡлы бәйләнештә илдең конкрет фәнни-технологиялар бурыстары өсөн студенттар әҙерләйәсәк. Беҙҙе күләмле эштәр һәм ҡыҙыҡлы проекттар көтә. Студенттар, һеҙҙең һәләтегеҙ арҡаһында республикабыҙ үҫешәсәк.  

P.S. Студенттың ике ҙур булмаған байрамы бар – халыҡ-ара студенттар көнө, Татьяна көнө, һәм бер ҙур байрам  – ул студенттың йоҡоһо туйған мәле, тиҙәр. Барлыҡ студенттарҙы байрам менән!

 Фото: Максим Забелин сәхифәһенән.

 

Студент билеты тапшырылды
Студент билеты тапшырылды
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: