25 ғинуарҙа, Рәсәй студенттары көнөндә, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов “Йәшлек House” йәштәр киңлегендә район студенттары менән осрашты.
Бындай осрашыуҙар үткәреү уйы 2022 йылдың ноябрендә “Минең бәләкәй Ватаным — Атайсал” муниципаль форумында тыуған.
– Бөгөн һеҙ Өфөлә юғары белем алаһығыҙ, ә беҙ Асҡын районында йәшәү уңайлы булһын өсөн шарттар тыуҙырабыҙ. Шуларҙың береһе – йәштәрҙе йәлеп итеү урындары булдырыу, бында йәштәрҙең үҙҙәре ҡатнашыуы, уларҙың ихтыяжы һәм мәнфәғәттәре беҙҙең өсөн мөһим, – тине Динис Йосопов.
Муниципалитет башлығы йәш белгестәргә ярҙам итеү саралары, район инфраструктураһын үҫтереү, яңы мәҙәни-спорт ҡоролмалары булдырыу тураһында һөйләне. Улар араһында — Өфөләге “Йәшлек House” киңлегенең күсермәһе. Район хакимиәте уға яраҡлы майҙансыҡ эҙләй. Әлеге ултырышта район йәштәр берләшмәһенең яңы рәйесе Дилә Хажиәҡбәрова етәкселегендә тәҡдим төркөмө төҙөлдө.
– Беҙ йәштәр сәйәсәте инфраструктураһын яңыртыуҙы төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуябыҙ. Асҡында йәштәр платформаһын булдырыу тураһында 2022 йылдың ноябрендә эш сәфәре барышында фекер алышыу булды. Былтыр "Йәшлек төбәге" концепцияһын тормошҡа ашырыуға әҙерләндек. Республика биләмәһендә заманса йәштәр киңлектәрен булдырыуға йүнәлтелгән программаларға йәштәрҙең ихтыяж ҙур.
Бер айҙан йәштәр сәйәсәте учреждениеларын ремонтлау өсөн муниципалитеттарға бюджет-ара күсереүҙе тәьмин итеү буйынса конкурс башлана. Муниципалитеттарға ғаризалар әҙерләү өсөн тейешле хаттар ебәрелгән дә инде, – тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Фото: Асҡын районы хакимиәте.