Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Ғинуар 2023, 22:30

Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!

Премьер-министр Андрей Назаров республикала студенттар өсөн булдырылған шарттар, бурыстар тураһында яҙҙы.

Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:

"Бөгөн илебеҙ башланғысы 1755 йылға барып тоташҡан Рәсәй студенттары көнөн билдәләй.

Студенттарыбыҙ менән бер аҙ таныштырып үтәм. Башҡортостанда 97,4 мең юғары уҡыу йорто студенты бар, 105,9 мең студент урта һөнәри белем биреү программалары буйынса белем ала.

Башҡортостанда “Фән” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшләй, 2020 йылда ул федераль статусҡа эйә булды. Үҙәккә беҙҙең биш университет инә.

Республикала студенттар әүҙем үҫешә: Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамы менән, “Университеттың технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы” федераль проекты сиктәрендә, Евразия фән-белем биреү үҙәге университеттарынан 44 студент стартапта еңеп, бөтәһе 44 миллион һумға эйә булды. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты айырылып тора.

Евразия фән-белем биреү үҙәге “Евразия фән-белем биреү үҙәге университеттары импульсы” студенттар проекттары акселераторын тормошҡа ашыра. Проектта Евразия фән-белем биреү үҙәгенең биш юғары уҡыу йортонан 400 студент йәштәр сәйәсәте өлкәһендә биш тематик йүнәлештә ҡатнашҡан: тәҡдимдәр, остазлыҡ, Евразия хеҙмәттәшлеге, илһөйәрлек һәм йәштәр берләшмәләре. Бөтәһе 7 035 122 һум күләменә 18 проект еңеп сыҡҡан.

Әле аҙна һайын эш кәңәшмәләрендә Өфө ҡалаһында донъя кимәлендәге Евразия фән-белем биреү үҙәге университет-ара студенттар кампусын булдырыу буйынса федераль проект бойомға ашырыла. Ул төбәктең фәнни-белем биреү сығанаҡтарының үҙәк нөктәһенә, студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү урынына әйләнер, Башҡортостанда юғары белемдең йәлеп итеүсәнлеген, көнәркәшлек һәләтен арттырыр, белемде экспортлау юлы менән йәш таланттарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге бирер, тип иҫәпләйем.

Студенттар көнөнә ҡатнашлыҡтары булғандарҙың барыһын да ысын күңелдән ҡотлайым. Барлыҡ пландарығыҙ, йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын; ынтылышығыҙҙы юғалтмаҫҡа тырышығыҙ — һәм уны тыуған республикағыҙ файҙаһына йүнәлтегеҙ. Бәхетле булығыҙ! Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа студенттарға һәр ваҡыт төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итәбеҙ".

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.

Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Йәшлек маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: