Бөгөн йәштәр араһында һәр яңылыҡҡа ҡыйыу, тәүәккәл тотонған ҡыҙҙар һәм егеттәр бихисап. Әлиә Хәбилова ла – шундай алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, ҡыйыу йәштәребеҙҙең береһе. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында уҡый.
Әлиәнең ҡыҙыҡһыныуҙары бик күп, ул һәр ваҡыт үҫешкә ынтыла, ойоштороу һәләте көслө. Былтыр йыл дауамында тигәндәй Башҡортостан Республикаһының йәш яҙыусылары өсөн “Ҡаһарман” тип аталған арт-коучинг, ябай итеп әйткәндә, тәжрибә майҙансығы ойошторҙо. Был проекты өсөн грантты ул Санкт-Петербург ҡалаһында яҡлап, еңеү яулаған. Унан алдағы йылда ла үҙеңде үҫтереү, үҙ-үҙеңә ышанысты арттырыу йүнәлешендәге проектын тормошҡа ашырған ине.
Университетта ла Әлиәне уҡыу алдынғыһы, төрлө башланғыстарға ҡыйыу тотонған һәм һәр эште үҙенә генә хас дәрт, сәм менән аҙағынаса алып сығарған студент тип беләләр.
Буласаҡ табибә сәйәсәт, йәмәғәт тормошо менән дә ҡыҙыҡһына, ошондай проекттарға тотоноуы, уларҙы тормошҡа ашырыуы ла – тынғыһыҙ, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған күңел талабы ла, үҙенә күрә тәжрибә лә. Ҡыҙының башланғыстарын әсәһе – яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова ла һәр саҡ хуплап, ярҙам итергә, йүнәлеш бирергә тырыша.
Ғәмле, сәмле, маҡсатлы ҡыҙға һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар: Әлиә Хәбилованың шәхси архивынан.