Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт йортонда Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Проектта ҡаралған объекттар урынлашасаҡ дөйөм майҙан 146 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Кампус бизнесты, фәнде һәм алдынғы белем биреү алымдарын йәлеп иткән майҙансыҡҡа әүереләсәк.
Андрей Назаров былтыр 14 декабрҙә ошо проект буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйылыуын иҫкә төшөрҙө. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем Башҡортостан проекттың беренсе сиратын - «IQ-парк»ты сафҡа индерергә тейеш.
- Кампус төҙөү - ябай бурыс түгел, әммә беҙ уны тормошҡа ашыра алабыҙ. Был йөкләмәләрҙе үтәү өсөн ер-милек мәсьәләләрен хәл итергә, проект документацияһына төҙәтмәләр индерергә һәм башҡа мөһим эштәрҙе башҡарырға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ, Башҡортостанда юғары белем биреүҙең көнәркәшлек кимәлен күтәрәсәк, мәғариф экспорты аша йәш таланттарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Кампусты функциональ тулыландырыу һәм йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр менән Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев һәм юғары уҡыу йорттары ректорҙары сығыш яһаны.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Андрей Назаров “Кампустың төп бурысы – төбәктең ғилми һәм белем биреү ресурстарының үҙәк нөктәһенә, бөтә донъя студенттарын һәм йәш ғалимдарын йәлеп итеү урынына әүерелеү”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru