Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Ғинуар 2023, 14:39

“Яҙмышыма рәхмәтлемен”

Күптәр өсөн ғүмерлек мөғәллим булып ҡала.

М. Хафизовтың архивынан.
Фото:М. Хафизовтың архивынан.

Рәсәй һәм Башҡортостан мәғарифы алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марат Хафизовтың исеме республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Ғүмеренең ярты быуатҡа тиң өлөшөн йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Марат Мөхәмәтйән улын күптәр исеме ҙур хәреф менән яҙыуға лайыҡ Уҡытыусы һәм ысын остаз тип һанай. Донъялыҡта бай, мәғәнәле, һөҙөмтәле тормош юлы үтеп, 90 тигән үрҙе артылыуына ҡарамаҫтан, ветеран-уҡытыусы бөгөн дә сафта.

Уҡытыусы, етәксе булараҡ Марат Хафизовтың уңыштарын, ҡаҙаныштарын бер мәҡәләлә генә һанап, баһалап бөтөү мөм­кин түгелдер. Кисәге уҡыусы­лары ул үткәргән дәрестәрҙе, ойошторған походтарҙы, ҡыҙыҡ­лы сараларҙы, осрашыуҙарҙы һағынып иҫкә ала. Бик күптәре бөгөн дә яратҡан остазы менән бәйләнештә йәшәй, тормошта әле лә Марат Мөхәмәтйән улының кәңәштәрен тотоуын, уның үҙҙәре өсөн ғүмерлек уҡытыусы булыуын билдәләй.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң бай тормош тәжрибәһенә эйә уҡытыусы ижади эш менән шөғөлләнә башлай. “Яҙмышыма яҙғандары” исемле китабында нәҫел-затының тарихынан башлап үҙе күргән-кисергәндәр, туғыҙ тиҫтә йылдан ашыу ғүмере эсендәге уңыштары, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бер рәттән тетрәнеүҙәре, уйланыуҙары ла урын алған. Үҙе етәкләгән Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназия­һының, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының юбилейҙа­рына арналған йыйынтыҡтарҙа ла бай мәғлүмәт тупланған. “Күберәк нур сәс халҡыңа”, “Һуғыш балалары” китаптары ла фәһемле яҙмаларҙан, һоҡ­ланғыс тормош юлы үткән кеше­ләр тураһында һүрәтләмәләрҙән тора. Һуңғыһы Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты­ның иң тәүге осорҙағы уҡыусы­лары, ауыр йылдарҙа ошо белем усағы арҡаһында ҙур тор­мошҡа юл ярыу мөмкинлегенә эйә булған кешеләр тураһында. 1944 йылда асылған мәктәп-интернаттың халҡыбыҙ өсөн милли кадрҙар әҙерләү оҫтаха­наһы булыуы бер кемгә лә сер түгел.

Бөгөн Марат Мөхәмәтйән улы туғыҙынсы китабы өҫтөндә эшләй. “Башҡортостандың уңыш­лы кешеләре” тип атала ул. Китаптың тәүге өлөшө уңышлы булыу серҙәре, шәхес булараҡ үҫешеү, маҡсатҡа өлгәшеү юлдары тураһында. Бай тормош һәм мөғәллимлек тәжрибәһенә эйә педагогтың фекерҙәре, уйланыуҙары, һы­ғым­талары күптәр өсөн фәһем­ле һәм ҡыҙыҡлы буласағына шик юҡ. Китаптың икенсе өлө­шөнә аныҡ кешеләр тураһында, уларҙың үҙҙәре менән әңгәмәлә­шеү нигеҙендә яҙылған мәҡә­ләләр тупланған.

– Бөгөн Рәсәйгә уңышлы кешеләр кәрәк. Тап улар илде, иҡтисадты үҫтерә, тормоштоң төрлө өлкәләрендә алға китешкә булышлыҡ итә. Уңышлы кеше мотлаҡ бай, аҡсалы булыу тигәнде аңлатмай, тәү сиратта ул – тормошта үҙ урынын тапҡан, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрен, мөмкин­лектәрен аса алған, шуның менән башҡаларға өлгө булыр­лыҡ, уларҙы алға әйҙәрлек шәхес. Был китабыма һайлап алған кешеләр – төрлө һөнәр эйәләре, улар араһында уҡы­тыу­сылар, табиптар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм башҡалар бар. Мәҫәлән, Иглин районынан умартасы егеттең нисек итеп аяҡҡа баҫыуы, яратҡан шөғөлөн уңышлы кәсепкә әйләндереүе күптәр өсөн фәһемле, ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым, – ти Марат Мөхәмәтйән улы.

Үрҙәрәк Марат Хафизовтың бөгөн дә уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүен әйтеп үткәйнек. Мәғариф ветераны тарафынан әҙерләнгән китаптарҙы нәшер итеүҙә төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөгән уҡыусылары ифрат ҙур ярҙам күрһәтә. Был миҫал да  уларҙың яратҡан остаздарына ҡарата оло хөрмәтен һәм ихтирамын дәлилләй.

“Уҡытыусы өсөн үҙе белем биргән, ҙур тормошҡа оҙатҡан балаларҙың рәхмәтен тойоп йәшәүҙән, уларҙың намыҫлы, ысын кеше булыуын күреүҙән, шуның менән ғорурланыуҙан да оло бәхет юҡ”, – ти Марат Мөхәмәтйән улы. Беҙҙең “Баш­ҡортостан” гәзитендә эшләп киткән журналистика ветерандары һәм бөгөн лайыҡлы хеҙмәт иткән коллегаларыбыҙ араһын­да ла Марат Хафизовтың уҡыусылары байтаҡ. Әңгәмә барышында уларҙың һәр береһен исем-шәрифе менән телгә алды, уңыштары, йәшәйештәре тура­һын­да хәбәрҙар булыуын әйтте. Шуға күрә коллегаларыбыҙҙың – Марат Мөхәмәтйән улының кисәге уҡыусыларының фекер­ҙә­рен килтереп китеү ҙә урынлы булыр.

Оло йәштә булыуына ҡара­маҫтан, зиһен байлығы, хәтер теүәллеге, тормоштағы ваҡи­ғаларға аныҡ, нигеҙле ҡарашы, аҡһаҡалдарса йор аҡылы менән һоҡландырҙы мәғариф ветераны. Әле үҙ алдына билдәләгән ниәт-маҡсаттары ла бихисап. Эш өҫтәлендә – тиҙҙән нәшергә тапшырыласаҡ сираттағы ҙур хеҙмәт. “Яҙмышыма рәхмәт­лемен, ризамын. Ғүмерем буш­ҡа йәшәлмәне”, – тине ул хуш­лашҡанда. Хөрмәтле уҡытыусы һәм остазға бөгөнгөләй ҡәҙер-хөрмәт тойоп йәшәргә, изге ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашы­рырға яҙһын, тигән ихлас теләктә ҡалабыҙ.

БИОГРАФИК БЕЛЕШМӘ

Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов 1931 йылдың 13 ноябрендә Иглин районының (элекке Оло Теләк районы) Ташлы йылға ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатында (бөгөн – Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тарих уҡытыусыһы булып башлай. Артабан баш ҡалалағы 77-се, 20-се башҡорт мәктәптәрен, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, Республика башҡорт-төрөк лицейын етәкләй. 50 йылға тиң хеҙмәт стажының 20 йылы “мәктәп директоры” тип аталған яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа вазифала үтә.

Улар тормош юлдашы – БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы Рәйлә Ниғмәтйән ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Рафаэль менән ҡыҙҙары Әлфиә, әсәй юлын һайлап, оло хөрмәткә лайыҡ табиптар булып таныла. Бөгөн Марат Мөхәмәтйән улы балалары, ейәндәре, бүләләренең һөйөүенә сорналып, иғтибарын тойоп, лайыҡлы ғүмер кисерә.  

 

ФЕКЕРҘӘР

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары:

– 1987 – 1989 йылдарҙа Марат Мө­хәмәтйән улы беҙҙә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барҙы. Шул тиклем итәғәтле, тыныс, ипле, эшенә бирелгән остаз булып хәтерҙә ҡалған.

Мин йәмғиәтте өйрәнеү фәнен үҙ итмәнем, ә тарихты шул тиклем яраттым. Мәктәптә уҙғарылған “Үҙидара көнө”ндә Марат Мөхәмәтйән улы мине үҙе урынына уҡытырға тәғәйенләй ине. Күберәк башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә тартылһам да, тарихтан да бик теләп, дәртләнеп дәрес биргәнем хәтерҙә уйылып ҡалған.

Уҡытыусыма яҡты зиһен, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем!

 

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА, тәржемә бүлеге мөдире:

– 1987 йыл ине. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр тигәндәй ауылдан ситкә сығып, алыҫ райондан Өфөгә 1-се мәктәп-интернатҡа килдем. Класс етәксебеҙ итеп Марат Мөхәмәтйән улын тәғә­йенләнеләр. Кураторлыҡтан тыш, ул үткәргән тарих дәрестәре бигерәк ҡы­ҙыҡлы була торғайны. Материалды йот­лоғоп тыңлайбыҙ, ҡыҫҡаса конспект яҙабыҙ. Шуның буйынса киләһе дәрескә әҙерләнәбеҙ. Уҡытыусымдың һөйләгән­дә­ренең барыһы ла хәтерҙә ҡала тор­ғайны. Дүрт йыл дауамында ул беҙгә хәстәрлекле остаз да, өлкән дуҫ та, кәңәшсе лә булды. Уҡыуыбыҙҙы күҙәтер, ярҙам итер, ауырып китһәк, дөйөм ятаҡтағы бүлмәгә килеп хәлебеҙҙе белешер ине. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул барыбыҙҙы ла хәтерләй, һәр ҡайһыбыҙға исем-шәрифе менән өндәшә.

Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙға тормошта үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырғаны, белем һәм тәрбиә биргәне, бөтә Башҡортостандан йыйылған балаларға күңел йылыһын йәлләмәгәне, оло сабырлығы өсөн мең рәхмәт!

 

Илдар АҠЪЮЛОВ, баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе:

– Республика 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) Марат Хафизов беҙҙе тарихтан уҡытты. Марат Мөхәмәтйән улының бер ҡасан да ултырып дәрес аңлатҡанын хәтерләмәйем. Хөрмәтле уҡытыусым теманы гел баҫып аңлата торғайны. Һәр яңы темаға арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлын бәйләп һөйләүе, уларға ҡарата үҙ фекерен белдереүе дәресте ҡыҙыҡлы үткәреүгә булышлыҡ итте. Беҙ уның дәрестәрен ныҡ яраттыҡ, көтөп алдыҡ. 1988 йылда, мәктәп-интернатты тамам­лағанда, тарихтан имтихан тапшырырға тейеш инек. Уҡытыусыбыҙ имтиханға бик төплө әҙерләне, әммә сәйәси ҡоролош һәм йәмәғәтселектең тарихҡа ҡарата фекере үҙгәреүе сәбәпле, әңгәмәләшеү генә булды. Беҙгә төплө белем, тәрбиә биргәне, ғөмүмән, тормошҡа әҙерләгәне өсөн Марат ағайға оло рәхмәт!

 

Читайте нас: