Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Ғинуар 2023, 17:20

Башҡортостанда мәктәптәр яңыра

Был йәһәттән республикабыҙ ил күләмендә алдынғылар рәтендә. 

Башҡортостанда мәктәптәр яңыра
Башҡортостанда мәктәптәр яңыра

2022 йылда Башҡортостанда “Мәктәп белем биреү системаһын модернизациялау” программаһына ярашлы 63 мәктәп бинаһы ремонтланды. Эштәр барышында ҡыйыҡтар, түшәмдәр алмаштырылды, уҡыу бүлмәләре һәм спорт залдары тәртипкә килтерелде. Был маҡсатта 3,5 миллиард һум аҡса бүленде, шуның 2,9 миллиард һумы – федераль, 600 миллионы – республика бюджетынан.

Быйыл беҙҙең республиканан 77 мәктәп ошо программаға инде. Уларҙы ремонтлауға 4,3 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был сумманың 3,6 миллиарды – федераль, 700 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан.

- Сумма бик ҙур, республикаға миллиард һумдар килә. Ғаризалар йыйылды, ремонт талап ителгән объекттар һайланды. Ҡәтғи сроктар билдәләнде. Әлеге ваҡытта муниципаль килешеүҙәр төҙөлә. Балаларыбыҙ яҡты мәктәптәрҙә уҡыһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин.  

Министр әйтеүенсә, муниципалитет капиталь ремонт өсөн подрядсы ойошма һайлау менән бер рәттән төҙөлөш күҙәтеүенә килешеү ҙә төҙөй. Төҙөлөш барышын ата-әсәләр ҙә контролдә тота.

- Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау ысын мәғәнәһендә халыҡ программаһына әйләнде. Дизайнер проекттары төҙөү эшендә балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡатнаша һәм ремонт барышын даими контролдә тота, - тине Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.

Белем усағын ремонтлауҙан тыш, программа мәктәп йыһаздары һатып алыуҙы һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе лә күҙ уңында тота.

Фото: mgazeta.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: