Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Ғинуар 2023, 19:00

Уҡыусыға саңғыны кем алырға тейеш?

Мәктәпме, әллә ата-әсәме? Министр ошо һорауға яуап бирҙе.

Уҡыусыға саңғыны кем алырға тейеш?
Уҡыусыға саңғыны кем алырға тейеш?

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә күтәрелгән һорауға яуап бирелде.

Бер граждан мәктәптә балаһының физкультура дәресенә саңғыһыҙ килеүе сәбәпле насар билдә ҡуйыуҙары тураһында хәбәр итә, "Ул саңғыны кем алырға тейеш?" тип һорау ҡуя. Яуапты республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бирҙе.

"Саңғы менән мәктәп тәьмин итергә тейеш - уның бурысы. Инвентарҙар юҡ икән, дәрес спорт залында йәки саф һауала үтә, был - физик әҙерлек", – тине министр.

Айбулат Хажин белдереүенсә, әгәр 2018 йылда бер баланы тәьмин итеү өсөн йылына 590 һум аҡса бүленһә, 2023 йылдың 1 ғинуарынан был һан 2,5 мең һумға еткән. Сумма яйлап йыл һайын артҡан. Финанслау бүленгән, һәм быйылғы уҡыу йылы осоронда проблема бөтөрөләсәк, мәктәптәр әсбаптар, инвентарь алыуға аҡса аласаҡ. Сумма алдағы йылдарҙа индексациялана.

Ә саңғы мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтҡанда, министр әйтеүенсә, балаға насар билдә ҡуйған педагог хаҡлы түгел. "Физкультура уҡытыусыһы саңғыһы булмаған балаға насар баһа ҡуйып дөрөҫ эшләмәгән. Беҙ быны айырым тикшерҙек. Мәсьәлә ҡатмарлы, мәктәптәргә инвентарь алыу өсөн аҡса етмәй", – тине ул.

Премьер-министр Андрей Назаров аңлатыу эше үткәрергә ҡушты: әгәр ата-әсә балаларын инвентарь менән тәьмин итә алмай икән, уларҙы мәжбүр итергә ярамай, был - мәктәптең үҙенең бурысы.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: