Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Ғинуар 2023, 19:30

Йәш ғалимдарға тос ярҙам күрһәтелде

Быйыл был саралар тағы ла киңәйтеләсәк.

Йәш ғалимдарға тос ярҙам күрһәтелде
Йәш ғалимдарға тос ярҙам күрһәтелде

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Фән сәғәте” тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

"Университет ректорҙары һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең ғилми учреждениелары, төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселәре менән быйыл беренсегә ”Фән сәғәте” уҙғарҙым. Фән һәм республиканың юғары белеме өсөн уңышлы булған уҙған йылға һөҙөмтәләр эшләнде. Беҙҙең университеттар “Өҫтөнлөк-2030” программаһына беркетелде. Алдынғы инженер мәктәбе, стартап студия булдырылды, вуз-ара кампусҡа федераль финаслауға раҫлау алынды. Бының һөҙөмтәһе – Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫешенең тәүге милли рейтингында Башҡортостан дүртенсе урын алды.

Үткән йылда Башҡортостанда фәнгә ярҙам итеүҙең яңы саралары эш башланы. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса йәш ғалимдарға һәм уҡытыусыларға финанс ярҙамға 200 миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ 275 йәш тикшеренеүсе Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында һәм сит илдәрҙә стажировка үтте, 81 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Төбәк субсидияһы ғалимдарға һәм уҡытыусыларға ипотека буйынса түләүҙәрҙе ҡапларға, шәхси йорт төҙөй башларға, яңыһын һатып алырға мөмкинлек бирҙе.

Коллегаларға 2023 йылға йәш ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡҡа ихтыяжы тураһында яңыртылған мәғлүмәт әҙерләргә ҡушылды. Быйыл йәш ғилми педагогик кадрҙарға ярҙам итеү буйынса программа киңәйтеләсәк. Дәүләт ярҙамын юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре генә түгел, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә аласаҡ", - тип яҙҙы Максим Забелин.

Фото: Максим Забелиндың сәхифәһе.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: