Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2023, 20:30

“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Проекттың үҙенсәлеге шунда: ул ғәмәли тәжрибә туплауға һәм юрист өсөн кәрәкле оҫталыҡты үҙләштереүгә йүнәлтелгән.

“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов "Йәш юрист мәктәбе" проектын тамамлаусыларға дипломдарҙы тантаналы тапшырыу сараһында ҡатнашты. Тантана Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында үтте.

Сараны Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина асты. Ул бындай тәүге проекттың уңышлы үтеүен билдәләне. Проект студенттарға билдәле бер өлкәлә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе.

Буласаҡ юристарға практикала булған министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре хеҙмәттәшлек тәжрибәһе тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты, уның майҙансығында студенттар эшҡыуарлыҡ хоҡуғы, халыҡ-ара коммерция арбитражы өлкәһендәге эш үҙенсәлектәре менән танышҡан, саралар үткәреү, санкция шарттарында контракттар төҙөү тәжрибәһе туплаған.

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты студенттарға "ҡыҙыу линия" эшендә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ковид кеүек донъяуи мәсьәләләр менән осрашҡанда һәм эшҡыуарҙар өсөн ҡыҙыу линия ойошторғанда, Хоҡуҡ институты студенттары ярҙамға килде һәм мөрәжәғәттәргә яуап бирергә булышлыҡ итте, улар иһә хәҙер 20 меңгә яҡын, — тине Тимур Хәкимов.

Ҙур эшҡыуарлыҡ берекмәһе етәксеһе буласаҡ юристарҙы практика үтергә саҡырҙы.

– Беҙҙә ҙур юридик бүлек бар, унда хеҙмәткәрҙәребеҙ МКАС буйынса һорауҙарҙы ҡарау менән шөғөлләнә, форс-мажор тураһында һығымталар яһай. Был һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ өсөн ҙур мөмкинлек, — тине Тимур Хәкимов.

Проектта ҡатнашыусылар хоҡуҡи дәүләтте үҫтереүҙә юристарҙың өлөшө буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Тантана дипломдар тапшырыу менән тамамланды.

Белешмә.

“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты 2022 йылдың октябрендә эшләй башланы. Проекттың үҙенсәлеге шунда: ул тулы рәүештә практик тәжрибә туплауға һәм юрист өсөн кәрәкле оҫталыҡты үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Программа өс этапҡа бүленә. Беренсе этап – ғәмәли, дәүләт власы органдарында, ҙур юридик һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәләрҙә (шул иҫәптән Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында) стажировка үтә. Икенсе этап — семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, өсөнсө этап – квалификация имтихандары.


Фото: ufa.bezformata.com.

“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
“Йәш юрист мәктәбе” белем биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: