Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Февраль 2023, 16:40

Класс етәкселәре кәңәшләшеп эшләй

Нефтекама уҡытыусыһы – һайлап алынған амбассадорҙар араһында. 

Класс етәкселәре кәңәшләшеп эшләй
Класс етәкселәре кәңәшләшеп эшләй

Нефтекама ҡалаһынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Зимфира Йосопова Класс етәкселәре форумының быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылына һайланған 23 амбассадоры исемлегенә инде. Улар араһында – класс етәкселәре, колледж һәм лицейҙарҙағы төркөм кураторҙары. Улар коллегаларына Форумдың бурыстарын һәм маҡсаттарын аңлатыу менән шөғөлләнәсәк.

Зимфира Йосопова Республика инвалид-балаларға дистанцияла белем биреү үҙәгендә эшләй, 2022 йылда үткән Класс етәкселәре форумы ҡатнашыусыһы.

Форумда ҡатнашыусыларҙы “Бәйләнештә” селтәрендәге паблик берләштерә. Бында улар көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, берләшмәнең эксперттары, ҡатнашыусылары менән тура эфирҙар ойоштора. Пабликта 111 меңдән ашыу ҡатнашыусы иҫәпләнә.

Класс етәкселәре форумының амбассадорҙарын бер йылға һайлайҙар. Ошо ваҡыт дауамында улар төрлө саралар ойоштора, социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында Форумдың эшмәкәрлеге менән таныштыра.

Белеүебеҙсә, Класс етәкселәре форумы йыл һайын Мәскәүҙә үтә. 2022 йылда ул Рәсәйҙең 89 төбәгенән 1300 самаһы класс етәксеһен һәм кураторҙарҙы йыйҙы. Унда шулай уҡ Ҡаҙағстандың Байконур ҡалаһынан да вәкилдәр булды. Башҡортостандан форумда 20 уҡытыусы ҡатнашты. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: