Башҡортостанда инновацияларға ярҙам итеү үҙәге төбәктең юғары уҡыу йорттары менән килешеү төҙөү башланғысы менән сығыш яһаны. Был турала «Сколково» фонды вәкилдәренең республика вуздары етәкселәре менән осрашыу барышында әйтелде.
Ул Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығында үтте. Документ университеттарҙың, фәнни ойошмаларҙың фәнни, фәнни-техник һәм инновациялар эшмәкәрлеге өлкәһендә әүҙемлеген күтәреүҙе, төбәктә технология эшҡыуарлығын үҫтереүҙе күҙаллай.
- Инновацияларға ярҙам үҙәген беҙ көрсөккә ҡаршы сараларҙың 3-сө пакеты сиктәрендә булдырҙыҡ. Үҙәк беҙҙең тикшеренеүселәрҙең идеяларын алға этәрә, предприятиелар менән уларҙың бәйләнешен координациялай. Былтыр Башҡортостандан “Студент стартапы” инновацияларға ярҙам фонды конкурсында ҡатнашыуға 271 ғариза тапшырылған. Ғаризалар һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә ТОП-3 исемлегендә. Республиканан 59 студент еңеүсе исеменә лайыҡ булды, - тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков.
Министр урынбаҫары билдәләүенсә, фәнни-технология үҫеш буйынса милли рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан илдә дүртенсе урында. Төбәктә 450-нән ашыу ойошма инновация эшмәкәрлеген алып бара.
“Сколково” фонды төбәк үҫеше департаменты директоры Юрий Сибирский инновация эшҡыуарлығы үҫеше өсөн Башҡортостандың перспективаларын билдәләне.
“Сколково” фондының университет стартаптарына инвестиция буйынса идаралыҡ етәксеһе Андрей Зверев университет стартаптарына фонд тарафынан инвестицияны ҡаплау программаһы тураһында һөйләне. Һүҙ студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, вуздарҙың фәнни хеҙмәткәрҙәренең тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән проекттарға сығымдарҙы компенсациялау тураһында бара.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.