Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин сираттағы пост яҙған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар: “Университеттарыбыҙ тағы ла иң яҡшылар иҫәбендә булыуын иҫбатланы: Рәсәй Хөкүмәте Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында хәрби уҡыу үҙәге ойошторорға бойороҡ бирҙе. Рәсәйҙең Оборона һәм Мәғариф министрлыҡтары һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Был шарт республика менән ике университетты берләштергәндә төҙөлгән килешеүҙәр сиктәрендә үтәлгән. Өфө университеты, хәрби кадрҙар әҙерләү буйынса Башҡортостанда берҙән-бер юғары уҡыу йорто булараҡ, кадр офицерҙарын һәм запастағы һалдаттарҙы әҙерләүен дауам итәсәк. Хәрби әҙерлек төп белем биреү программаһы менән параллель рәүештә барасаҡ.
Хәрби уҡыу үҙәге - университеттың айырым структура бүлексәһе, уның ҡарамағында айырым уҡыу корпусы буласаҡ. Бындай үҙәктең булыуы хәрби кадрҙар әҙерләүҙән тыш, белгестәр әҙерләү профиленә ярашлы ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнергә лә мөмкинлек бирәсәк.
Техникалағы махсус дәрестәр уҡыу һәм күнекмәләр аппаратураһы бүлегендә үткәреләсәк, университет ҡарамағында тактик майҙан да бар, унда студенттар хәрби әҙерлектең ҡайһы бер дисциплиналары буйынса практик күнекмәләр үтәсәк һәм оҫталыҡтарын нығытасаҡ”, - тип яҙған Максим Забелин.
Фото: Максим Забелиндың шәхси сәхифәһенән.