Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Февраль 2023, 21:45

Милли киберфизика платформаһы ғәмәлгә индерелә

Тәүге этапты июндә Петербург иҡтисади форумында күрһәтәбеҙ.

Милли киберфизика платформаһы ғәмәлгә индерелә
Милли киберфизика платформаһы ғәмәлгә индерелә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә беҙҙә милли киберфизика платформаһының ғәмәлгә индереләсәге тураһында яҙып сыҡты.

“Башҡортостан милли киберфизика платформаһын ғәмәлгә индереү өсөн пилот төбәк итеп һайланды!

Йыш ҡына төбәк федераль үҙәк менән яңы идеяларҙы һынау өсөн майҙансыҡҡа әүерелә, был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Тимәк, беҙ ышаныслы партнер! Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева әйтеүенсә, республика илдең иң көслө командаларының береһе булараҡ, ошо идеяны тормошҡа ашырыуҙа беренсе булып ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Нимә тураһында һуң был проект?

Ул ике төп йүнәлеште күҙ уңында тота – уҡыусыларҙы программалауға һәм яңы технологияларға йәлеп иткән мобиль уйын уйлап табыуҙы һәм уйынға интеграцияланған белем биреү әүҙемлеге комплексын күҙаллай. Интерактив уйын формаһында уҡырға ярҙам итәсәк.

Нимә планлаштырабыҙ?

Республиканың кадрҙар ҡеүәтен арттырыу һәм технологик лидерҙар әҙерләү маҡсатында уҡыусыларҙың белем алыу процесына стандартлаштырылған интерактив методикаларҙы һәм алымдарҙы ғәмәлгә индерәсәкбеҙ.

Беҙ балаларҙы һәм йәштәрҙе яңы күнекмәләргә эйә булыуға һәм уларҙы үҫтереүгә этәргән өр-яңы ҡарарҙарҙы проектлайбыҙ.

Милли өҫтөнлөк!

Платформа ярҙамында беҙ шулай уҡ кадрҙар проблемаһын хәл итеп, технологик суверенитетты һаҡлап ҡалыу һәм көсәйтеү йәһәтенән эш алып барасаҡбыҙ.

Ҡасан күрербеҙ?

Июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында, Республика стендында платформаны ғәмәлгә индереүҙең һәм уҡыусыларҙы өр-яңы технологик белем биреү проектына йәләп итеүҙең беренсе этабын күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙең тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә ҡыйыу таратырға мөмкин булыр, тип ышанам”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/agnazarov

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: