Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Февраль 2023, 17:50

Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ

Журналистар өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында матбуғат туры ойошторолдо.

Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистарына яңы барлыҡҡа килгән вуздың фәнни мөмкинлектәрен, ғилми-тикшеренеү лабораторияларын, студенттарҙың, магистрант һәм аспиранттарҙың ғилми етәкселәре менән берлектәге проекттарын һәм асыштарын күрһәтеүгә арналған матбуғат туры ойошторолдо. Ул 8 февралдә билдәләнгән Рәсәй фәне көнөнә лә бағышланды.

Журналистар йәш ғалимдарҙың эшмәкәрлеге, юғары уҡыу йортондағы заманса технологиялар менән танышты, төрлө кимәлдәге гранттар һәм конкурстар еңеүселәре менән аралашты.

Физика-математика корпусындағы элекке уҡыу залы урынында Өфө университетының студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн коворкинг-үҙәк барлыҡҡа килгән. Бында интернет селтәренә тоташҡан компьютерҙар, төрлө осрашыуҙар, эшлекле кәңәшмәләр үткәреү өсөн һанлы технологиялар менән тәьмин ителгән уңайлы биләмә һәм ял итеү урындары бар.

Артабан ошо уҡ корпустағы геофизика кафедраһына юл алдыҡ. 2021 йылда вуздың ғалимдары Рәсәйҙең алдынғы нефть сервисы компанияһы”ТНГ-Групп” йәмғиәте менән берлектә промысла геофизикаһы өлкәһендәге үҙенсәлекле башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль финанслау алған. Өс йылға иҫәпләнгән проект өсөн 160 миллион аҡса йүнәлтелә. Кафедра мөдире профессор Рим Вәлиуллин был башланғыстың төп асылы һәм маҡсаттары менән таныштырҙы. Бында нефть скважиналарын диагностикалау буйынса уникаль аппараттың макеты эшләнгән. Артабан уны сәнәғәттә һынау үткәреп, сериялы етештереүгә сығарыу ҡарала.

2021 йылда тағы бер яңы башланғысҡа – популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһына нигеҙ һалына. Ул Фәнни белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған уҡыу йорттарында йәштәргә тәғәйенләнгән лабораториялар булдырыу буйынса РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы программаһына ярашлы барлыҡҡа килгән. Лаборатория менән йәш ғалимә, биология фәндәре кандидаты Дарья Прокофьева етәкселек итә.

Бында шөғөлләнгән йәштәр беҙҙе эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштырҙы. Мәҫәлән, Миңлегөл Мәсәлимова менән Сәлих Мостафин – икеһе лә I курс магистранттары.

- Беҙ яман шеш сиренә дусар булған ДНК-ларҙы өйрәнәбеҙ. Ашҡаҙан һәм түллек биҙе ДНК-лары менән эшләйбеҙ. Уларҙы өйрәнеү яман шеште дауалау һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында алып барыла, - тип аңлатты буласаҡ ғалимдар.

Өфө фән һәм технологиялар университетының гуманитар корпусындағы “Кәрәҙҙәр” коворкингы бөгөн үҙен тәүге тапҡыр ҙур сара уҙғарыу биләмәһе булараҡ күрһәтте. Бында уҡыу, әүҙем эш һәм ял биләмәләре булдырылған. Проект “Өҫтөнлөк 2030” стратегик үҫеш программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, биләмәнең биҙәлешен Тарих һәм дәүләт идараһы институты директоры Әминә Уразова һәм археология лабораторияһының әйҙәүсе инженеры Галина Ғиләжева етәкселегендә йәштәр үҙҙәре эшләгән.

“Кәрәҙҙәр” - шулай уҡ университеттың студенттар берләшмәләренә тәғәйенләнгән биләмә. Студент отрядтары, йәштәр клубтары төрлө саралар үткәрә аласаҡ. Бынан тыш, был үҙәктә университет уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға мөмкин буласаҡ. Улар йәштәргә төрлө проекттарҙа ҡатнашыу юлдарын өйрәтәсәк, команда табырға ярҙам итәсәк, федераль проекттарҙа ҡатнашыу буйынса консультация бирәсәк.

Артабан “Нанотех” фәнни һәм технологик ҡорамалдар менән коллектив файҙаланыу үҙәгенә юлландыҡ. Бында һигеҙ алдынғы лаборатория һәм һынау бүлеге эшләй. Уларҙа материалдарҙы өйрәнеү, металдар физикаһы, төҫлө һәм ҡара металдарҙы һынау һәм башҡа тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәләр. Мәҫәлән, аныҡ миҫал: бында теш импланттары өсөн нанотитантан ярымфабрикаттар етештереү өҫтөндә эшләйҙәр.

Киләһе лабораторияла авиатренажерҙа шөғөлләнгән йәштәр менән таныштыҡ. Авиация двигателдәре факультетында урынлашҡан был пилотаж тренажерҙа студенттар самолет менән идара итергә өйрәнә тип әйтергә лә мөмкин, сөнки ул тулыһынса осоусы аппараттың кабинаһының күсермәһе рәүешендә эшләнгән. Студенттар самолеттың конструкцияһын, системалар менән идара итеү үҙенсәлектәрен өйрәнә, двигателдәрҙе эшләтеү процедуралары буйынса ғәмәли әҙерлек үтә. Тренажер самолет системаларының төрлө тайпылыштарын, сафтан сығыу осраҡтарын имитациялай ала һәм буласаҡ белгестәрҙе дөрөҫ эш итеүгә әҙерләү мөмкинлеген бирә.

- Студенттарыбыҙ университетта алған белемен практикала нығыта. Уларҙың әҙерлек кимәленә күп нимә – техниканың төҙөклөгө, ә иң мөһиме кеше ғүмерҙәре бәйле, - тип һөйләп үтте авиация двигателдәре кафедраһы доценты Александр Игоревич Жук.

Әйткәндәй, авиатренажер ҙур популярлыҡ менән файҙалана: лабораторияға абруйлы ҡунаҡтар һәм буласаҡ абитуриенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә.

Киләһе танышыу нөктәһе “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе булды. Өфө фән һәм технологиялар университеты – республикала алдынғы инженерҙар мәктәбен үҫтереү буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Рәсәй вуздарында бөтәһе 30 ошондай мәктәп булдырылған.

Инженер мәктәбенең төп маҡсаты – уҡыу менән ысын эш араһындағы айырманы мөмкин тиклем ҡыҫҡартып, предприятиеларҙы ныҡлы әҙерлекле, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибәгә эйә белгестәр менән тәьмин итеү. Йәғни, “Киләсәк моторҙары” – ул,  алдынғы партнер компаниялар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырып, студенттарҙы илдең аныҡ фәнни-технологик бурыстарын хәл итеү өсөн әҙерләгән майҙансыҡ. Студенттарҙың конструктор бюроһы сиктәрендәге эш рәсми рәүештә ойошторола, уларға ярайһы уҡ яҡшы эш хаҡы түләнә. Шул рәүешле “Киләсәк моторҙары” мәктәбе студенттарға ысын инженерлыҡ эшмәкәрлегенә сумыу өсөн мөмкинлек бирә.

Белешмә

Өфө фән һәм технологиялар университеты 2022 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының ике ҙур юғары уҡыу йортон – 100 йылдан ашыу тарихы булған Башҡорт дәүләт университетын һәм 90 йыллығын билдәләгән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү юлы менән булдырылды.

Бөгөн Өфө университеты 15 факультетты, ете институтты, Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы алты филиалды берләштерә.

Бөгөнгө көндә Өфө университетында 45 меңдән ашыу Рәсәй һәм 2000-дән ашыу сит ил студенты белем ала. Студенттар һаны буйынса Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәй Федерацияһының биш иң ҙур юғары уҡыу йорто исемлегенә инә.

Автор фотолары.  

 

 

Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: