Башҡортостанда Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамы менән милли киберфизика платформаһы ғәмәлгә индерелә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм агентлыҡтың генераль директоры Светлана Чупшева ошондай ҡарар ҡабул итте. Башҡортостан уҡыусыларҙың белем биреү процесына республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм технологик лидерҙар әҙерләү маҡсатында стандартлаштырылған интерактив методика һәм алымдарҙы индереү буйынса пилот төбәк итеп һайланды.
– Илебеҙҙәге иң көслө командаларҙың береһе булараҡ, республиканың ошо проектты һынап ҡарауҙа беренсе булып ҡатнашырға ризалыҡ биреүе беҙгә бик оҡшаны. Башҡортостандың балаларҙы һәм йәштәрҙе белем алыуға дәртләндереү маҡсатында яңы ҡарарҙар проектлауы ла мөһим. Был ҡарарҙар уларға киләсәктә уңышлы инженер, программалаусы, математик, эшҡыуар – дөрөҫ йүнәлештә алға барған илебеҙ граждандары булырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Светлана Чупшева.
Әйткәндәй, ошо мөһим проект тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru