Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Февраль 2023, 17:30

Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде

Андрей Назаров: "Юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусын төҙөү проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе булып яйға һалынған команда булдырыу тора".

Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде
Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһында буласаҡ студенттар кампусы майҙансығында эштәр барышын тикшерҙе. Тикшереүҙән һуң Министрҙар кабинеты етәксеһе концессия килешеүен тормошҡа ашырыу һәм объект төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Андрей Назаров ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән бергә IQ парк бинаһы буйынса проект ҡарарҙарын ҡараны, киләсәктә Башҡортостандан ғына түгел, Бөтә Рәсәйҙән дә иң яҡшыларҙы йыйыу планлаштырылған ҡаттар буйлап үтте. Урап үтеү процесында проект ҡарарҙарын оптималләштереү варианттары ҡаралды. Шулай уҡ икенсе сираттағы майҙансыҡ тикшерелде.

Бынан һуң Андрей Назаров етәкселегендәге делегация ЦУР бинаһына юлланды, унда концессия килешеүен тормошҡа ашырыу һәм вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

- Юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусын төҙөү проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе булып яйға һалынған команда булдырыу тора. Шуға күрә беҙ был объектты төҙөү мәсьәләләре буйынса төбәк штабы ағзаларын, концессионер – «Кампус» компанияһы вәкилдәрен һәм проектлаусыларҙы саҡырҙыҡ, шулай уҡ ер-мөлкәт блогына бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ. Концессионерҙың берлектәге корпоратив структураһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, был «Кампус» компанияһы составында проектты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк идара итеү командаһы, - тине Хөкүмәт етәксеһе.

Премьер-министр шулай уҡ беренсе сиратты – IQ-паркты функциональ тулыландырыу өҫтөндә әүҙем эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бында юғары уҡыу йорттары етәкселәре менән даими эш алып барыла. Тиҙҙән бинаны концессионерға тапшырыу планлаштырыла.

- Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы кампус булдырыу буйынса сараларҙың үтәлешенә аҙна һайын мониторинг алып бара. Концессия килешеүҙәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ваҡытында һәм оператив хәл итеүгә етди иғтибар бирелә. Проекттың ағымдағы параметрҙары «Фән һәм университеттар» милли проекты составына ингән "Кампустар" федераль проекты паспорттарында билдәләнгән. Башҡортостан өлөшөндә төҙөлөштөң беренсе һәм икенсе сираты буйынса контроль нөктәләр билдәләнгән, – тине Министрҙар кабинеты етәксеһе.

Концессия килешеүен башҡарыусылар араһында ведомство-ара эш итеү һәм проектты тормошҡа ашырыуҙың ағымдағы стадияһы тураһында БР Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, 2023 йылда федераль проект паспортының төп контроль нөктәләре түбәндәгесә: концессионерға ер участкаһы биреү; проект документацияһын әҙерләү һәм II сират объекттары буйынса инженерлыҡ тикшеренеүҙәрен үтәү; төбәк проекты паспортын раҫлау; маҡсатлы тәғәйенләнешле башҡа бюджет-ара трансферт биреү тураһында килешеү төҙөү; II сират объекттары буйынса проект документацияһын әҙерләү өсөн инженерлыҡ тикшеренеүҙәре үткәреү; I сират объекты буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау; раҫланған инновацион белем биреү мөхите параметрҙарына кампустың тап килеүен баһалау.

Осрашыуға йомғаҡ яһап, Премьер-министр, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәге кампусы студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү нөктәһе булырға, Башҡортостанда юғары белем биреүҙең йәлеп итеүсәнлеген һәм конкуренцияға һәләтлелеген күтәрергә, йәш таланттарҙы йәлеп итеүҙең яңы мөмкинлектәрен асырға, белем биреү экспорты аша ла асырға тейеш, тип билдәләне. Хөкүмәт етәксеһе кампустың бурысы - төбәктең фәнни һәм белем биреү ресурстарының үҙәк нөктәһе, бөтә донъя студенттарын һәм йәш ғалимдарын йәлеп итеү урыны, алдынғы техник ҡарарҙарҙы һәм бизнес-идеяларҙы йыйыу, анализлау һәм индереү үҙәге булыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Башҡортостан илдең терәге булған һәм йәшәү уңайлығы буйынса Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы төбәк ролен башҡарыуға дәғүә иткән иң көслө төбәктәрҙең береһе. Төбәккә инвестициялар һалыусыларҙың барыһы ла дөрөҫ эшләй, сөнки Башҡортостан — ул тартыу, көс урыны, шулай уҡ ҙур ҡеүәте булған төбәк, бик яҡшы ерҙә урынлашҡан, – тине Андрей Назаров.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20107/

Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде
Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде
Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде
Студенттар кампусын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: