Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Февраль 2023, 19:30

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителгәндә, Башҡортостан бюджетына 11 колледжды капиталь ремонтлауға 463,1 миллион һум һалынған

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды

Баймаҡта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы һәм оҫтаханалары капиталь ремонттан һуң асылды.

Уны һәм башҡа ҡайһы бер учреждениеларҙы ремонтлау тураһында былтыр, урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында һөйләшеп килешелгән. Был мөһим аҙым – колледждарыбыҙға ихтыяж арта, уларҙа иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Һәм, әлбиттә, йәштәр яҡшы, заманса шарттарҙа белем алырға һәм йәшәргә тейеш.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы – Баймаҡ районының төп уҡыу йорттарының береһе, уны тамамлаусылар ауыл хужалығында, сәнәғәттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләй, эшҡыуар булып китә. Уны ремонтлауға 56,5 миллион һум бүленгән. Инеү төркөмөн, фойены, ашхананы, тамаша һәм спорт залдарын яңырттыҡ, коммуникацияларҙы тулыһынса алмаштырғандар. Студенттарҙан уҡыуҙа һәм уларҙың һәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа уңыштар көтәбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителгәндә, Башҡортостан бюджетына 11 колледжды капиталь ремонтлауға 463,1 миллион һум һалынған.

Февралдә Асҡын ауылының Башҡорт ауыл хужалығы колледжында, Мишкә агросәнәғәт колледжында һәм Өфөнөң Дим районында Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы корпусында ремонт эштәрен тамамлау күҙаллана. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙә матди-техник базаны ремонтлау һәм нығытыу буйынса пландар 2030 йылға тиклем ҡаралған.

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_969645

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусы капиталь ремонттан һуң асылды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: