Билдәле булыуынса, ағымдағы йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Байым урта мәктәбендә Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу тантанаһы уҙҙы.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, район хакимиәте вәкилдәре һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сара республикалағы тәүге Уҡытыусы һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Әйткәндәй, былтыр Уҡытыусылар көнө алдынан белем усағы майҙансығында донъялағы иң изге һөнәр эйәләре - Уҡытыусыға һәйкәл асылды. Уны эшләү тәҡдиме менән ошо мәктәптә белем алған һәм тәүге хеҙмәт юлын башлаған Әбйәлил районы ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев сығыш яһаны. Иң көслө, рухлы, талантлы уҡытыусының һыҙаттарын үҙенә туплаған һәйкәлдең тап Байым ауылында урыны алыуы бөтә район өсөн оло ҡыуаныс. Һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһынан рәссам-скульптор Сергей Ёлкин эшләгән.
Шуға күрә район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу тантанаһын тап Байым урта мәктәбендә үтеүе лә юҡҡа түгел. Сара Байым мәктәбе уҡыусыларының дәртле сығыштары менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ бер төркөм мәғариф алдынғылары фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Исемле йылда уҡытыусыларҙың абруйы артыр, хеҙмәттәре тейешенсә баһаланыр, тип ышанғы килә.
Фото: "Осҡон".