Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Февраль 2023, 14:30

Өфө университетында хәрби кафедра асыла

Бында офицерҙар һәм һалдаттар әҙерләнәсәк

Өфө университетында хәрби кафедра асыла
Өфө университетында хәрби кафедра асыла

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Өфө фән һәм технологиялар университетында хәрби уҡыу үҙәге асыу тураһындағы ҡарарға ҡуй ҡуйҙы. Документта хәрби уҡыу үҙәген федераль бюджеттан финанслау тураһында ла әйтелә.

Белеүебеҙсә, ике вуз берләшкәнгә тиклем Өфө дәүләт авиация техник университетында хәрби кафедра эшләп килде. Унда шөғөлләнергә теләүселәр конкурс нигеҙендә һайлап алынды. Хәҙер бындай мөмкинлек яңы юғары уҡыу йортоноң барлыҡ студенттарына ла тәҡдим ителә.

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге яҙмаһында яңы вузда хәрби уҡыу үҙәген булдырыуҙың әһәмиәтен айырып билдәләне. “Был ике юғары уҡыу йортон берләштергән ваҡыттағы килешеүҙә билдәләнгән шарттарҙың береһе ине”, – тине ул. 

Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәге төп уҡыу программаһы менән йәнәш белем биреп, кадр офицерҙары һәм запастағы һалдаттар әҙерләп сығарасаҡ.

Альберт Заһиров фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: