Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Февраль 2023, 23:02

Киләсәкте күҙалларға теләһәгеҙ, үткәндәрҙе өйрәнегеҙ

Туған телдә аралашыуҙың рәхәтлеген сит ерҙә йәшәүсе нығыраҡ тоя.

Ғаиләбеҙ менән 1988 йылда Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына күсеп килдек. Ҡаланың 29-сы мәктәбенә өлкән пионервожатый булып эшкә урынлаштым. Бер йыл эшләгәндән һуң декрет ялына сыҡтым – бәпәй менән өйҙә ултырҙым. Тыуған яҡты һағыныуым артҡандан-арта барҙы, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкем килде. Башҡортса китаптар уҡыйым да күҙемә йәш эркелә ине. Шул мәлдә телевизорҙан            14 милләттең йәкшәмбе мәктәбе барлығы хаҡында ишеттем. Уларҙың бик күп сарала ҡатнашыуын күрһәттеләр, әммә күпме өмөтләнеп һәм көтөп ултырһам да, башҡорт мәктәбе тураһында бер һүҙ ҙә  булманы. Был хәл мине һағайтты.

 

Йәкшәмбе мәктәбен астыҡ

 

10 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән Яр Саллыла башҡорт мәктәбе тураһында бер ҙә һөйләмәйҙәр. Улым бер аҙ үҫкәс, мәғариф бүлегенә барҙым һәм үҙемде борсоған һорауҙы еткерҙем. Мине ихлас ҡаршылаған етәксе былай тине:

– Башҡорттар күп тә бит, тик мәктәп асырға теләүсе юҡ, әгәр теләгегеҙ бар икән, беҙ ҡуш ҡуллап риза, ярҙам итербеҙ.

Ризалыҡ алғас, ҡала мәктәптәренә юл тоттом. Һәр кластың журналынан башҡорт­тарҙың адресын йә телефонын яҙып алып, өй беренсә йөрөп, аңлатыу эштәре алып барҙым. Аҙаҡтан инде ҡаланың 52-се мәктәбенә барып, директор Ф. Зәйнуллин менән килешеү төҙөнөм. Мин мәктәптә бейеү дәрестәрен алып барам, ә ял көндәрендә йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт балаларын уҡытасаҡмын. Миңә ҙур ғына бүлмә бирҙе­ләр. Ирем матур итеп һүрәт төшөрә ине, икәү­ләп бүлмәгә стендтар эшләнек, дәрескә кәрәк-яраҡ әҙерләнем. Өйҙән әҙме-күпме ки­таптар ебәрҙеләр. Шулай итеп, 1992 йыл­дың 1 сентябрендә башҡорт йәкшәмбе мәк­тәбен асып, 12 уҡыусы менән эшләй башланым.

Бынан тыш, ата-әсәләрҙе йыйып, ололар өсөн башҡорт ойошмаһы асыу теләге лә уянды. Бер аҙ эшләп, балаларға йыр-бейеү­ҙәр өйрәткәс, мәктәпте асыу тантанаһына әҙерләндем. Декабрь аҙаҡтарында ата-әсә­ләрҙе йыйып, бер юлы ҡалала йәшәгән баш­ҡа башҡорттарҙы ла саҡырып, ойошма эшен башлап ебәрергә булдым. Гәзиткә, радио аша ла белдереү-иғландар бирҙем.

Мәктәптең тамаша залын байрамса биҙәп, “Тыуған илем – Башҡортостан” лозунгыһы менән төрлө башҡорт китаптары күргәҙмәһен ойошторҙом. Рәми Ғариповтың “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ” тигән шиғыр юлдары иң уртаға урынлаштырылды.

Башҡорт халыҡ көйҙәре оҙатыуында яй­лап халыҡ залға йыйылды. 30-ҙан ашыу ке­ше килде, һуңыраҡ күптәрҙең килә алмауы асыҡланды, ишетмәйенсә-белмәйенсә ҡал­ғандар ҙа булғандыр, моғайын. Шиғыр юлдары менән яҡташтарҙы сәләмләгәс,  мәктәп­тәге эшем менән таныштырып үттем.

– Әлбиттә, балаларға туған телде өйрәтеү генә беҙҙең төп маҡсат түгел, – тинем. – Бө­гөн йыйылыуҙың сәбәбе – бүтән республикала йәшәп, тыуған еребеҙҙе, үҙ теле­беҙ­ҙе, матур йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тормош яңылыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ, шуға күрә беҙгә ойошорға кәрәк.

Артабан һүҙҙе Рәмил Мырҙағолов алды. Күп йылдар Татарстанда йәшәүенә ҡара­маҫтан, ағайыбыҙ башҡортса таҙа һөйләшә. Ул да тыуған яҡты юҡһыныуы тураһында, туған  Башҡортостаныбыҙ хаҡында ғорурла­нып телгә алды.

Луиза Ғәббәсова иһә барыбыҙҙы ла устав проекты менән таныштырҙы, ҡушҡуллап ри­за икәнлегебеҙҙе белгәс, ойошмабыҙға исем ҡушыуға күстек. “Урал”, “Ирәндек”, “Аҡбуҙат” һәм башҡа күп кенә йөкмәткеле атамалар әйтелде, ләкин уларҙы ҡабатлағы килмәне. “Юлдаш” тигән исемде тәҡдим иттем һәм шуға туҡталдыҡ.

Көн тәртибенең аҙаҡҡы мәсьәләһе – ойош­маның етәксеһен һәм ағзаларын һай­лау. Бер тауыштан етәксе итеп Рәмил Мырҙағо­ловты һайланыҡ, шулай уҡ 15 кешенән тор­ған ойошма  идаралығының исемлеген төҙөнөк.

Шуны әйтергә кәрәк: йәштәр, урта йәш­тәгеләр һәм хаҡлы ялда булыусыларҙың да йыйылышҡа берҙәй килеүе ҡыуандырҙы. Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән баш­ҡортса һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Үҙ телеңдә аралашыуҙың рәхәтлеген сит ерҙә йәшәүсе нығыраҡ тоялыр, моғайын.

Халыҡ өсөн изге эш башҡарылды

 

Шулай итеп, Татарстан ерендә башҡорт йәкшәмбе мәктәбен һәм ойошмаһын асып, милләттәштәрем менән осрашып, үҙ телебеҙҙә аралашып, милли йолалары­быҙҙы, байрамдарыбыҙҙы бергәләп үткәрә­сәгебеҙгә ифрат ҡыуандым. Башҡорт мәк­тәбенең эшен дә, ойошмалағы бурыстарҙы башҡарыуҙы ла күңел биреп атҡарырға тырыштым.  

Ойошманан бер нисә вәкил, уҡыусыларҙы алып, Өфөгә юлландыҡ. Туп-тура Башҡорт­ос­тан мәғариф министры урынбаҫары Миңлебай Юлмөхәмәтовҡа барҙыҡ. Ул асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылыуын, ләкин проблемалар етерлек икәнлеген түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем.  Сибәр Хөснулла ҡыҙы менән улар дәрес өсөн ҡулъяҙмалар, дәреслектәр яғынан ҙур ярҙам күрһәтте. Рәхмәтем әйтеп бөткөһөҙ, сөнки белем үрҙәрен яуларға ҡанат ҡуйғандай булдылар. “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә (баш мөхәррир Ғималетдин Яруллин ине), Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡунаҡта булдыҡ. Үҙебеҙҙең һөйөнөстәре­беҙҙе лә, борсолоуҙарыбыҙҙы ла яҡташ­тарыбыҙға еткерҙек.

Ҡалала ниндәй генә байрам булһа ла, беҙҙе сығыш яһарға саҡырҙылар. Ҡыҙҙарға – “Ете ҡыҙ”, “Ҡумыҙ”, “Ҡымыҙ”, “Шәл бәйлә­нем”, малайҙарға ир-егеттәр бейеүҙәрен, байрам йырҙарын  өйрәттем. “Ҡаҙ өмәһе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Аулаҡ өй” һәм башҡа йолаларҙы күрһәттек, һәр байрамға төрлө сценарийҙар менән байрамдар әҙерләнек. Шыршы байрамдарын үткәрҙек. Кисәгеләй иҫемдә, ниндәйҙер конкурстан һуң магнитофон бүләк иттеләр.

Ниндәйҙер ҙур концертҡа Башҡортостан­дан артистар килергә тейеш булған да, улар килмәгән. Беҙгә улар урынына ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. “Ҡаҙ өмәһе”н әҙерләгән инек, шуны ҙур сәхнәгә сығарҙыҡ. Тамашасы оҡшатты, ныҡ итеп алҡышланылар. Яр Саллы ҡалаһы мэры Рифҡәт Алтынбаев, сәхнәгә сығып, беҙгә маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе һәм, ысын ҡаҙ өмәһен үткәреп ҡыуанығыҙ, тип тереләй ҡаҙ бүләк итте. Аҙаҡтан инде ҡаҙ өмәһе үткәреп, продукцияны һатып, йыйылған аҡсаға балаларға Яңы йыл байрамына бүләктәр алдыҡ.

Яйы йыл байрамын ойошторғанда Яр Саллы ҡалаһы хакимиәте башлығы Рифҡәт Зәки улын ҡатыны менән һәм милли мәсьәләләр буйынса етәксебеҙ Ғәлимйән Зариповты мәктәпкә саҡырҙыҡ. Улар менән йырҙар йырлап, рәхәтләнеп башҡортса бейеп, матур байрам уҙғарҙыҡ.

Һабантуй байрамы ныҡ хәтерҙә ҡалған. Тирмә ҡороп, өйҙән һәр беребеҙ милли әйберҙәр алып килеп, үҙебеҙсә биҙәнек, ашъяулыҡҡа милли ризыҡтарҙы теҙеп ҡуйҙыҡ. Эргәбеҙгә халыҡ йыйылып китә ине, ҡалғандарыбыҙ иһә дәртле таҡмаҡтар әй­тәбеҙ. Данлыҡлы йырсы Салауат Фәтхетди­нов тирмәгә инеп, сәй эсеп, беҙҙең менән рәхәтләнеп аралашып алды. Үҙенең Баш­ҡорт­остандан булыуын оло ғорурлыҡ менән һөйләне. Татарстандың ул саҡтағы Президенты Минтимер Шәймиевте лә ҡунаҡ иттек.

Башҡортостандан килгән артистарҙы, яҙыу­сыларҙы ҡаршыланыҡ, музейҙа осра­шыу­ҙар үткәрҙек. Сибай һәм Баймаҡ ҡала­лары менән дуҫлыҡ килешеүе төҙөнөк. Ҡазан ҡалаһына Ваһибә Аҡкүбәкова менән уҡыусы­ларҙы Бөтә Рәсәй балалар форумына алып барҙыҡ.

Байрамдарға милли кейемдәрҙе кем ҡайҙан таба, шунан йыйҙыҡ. Ә бына ҡыҙҙарға аҡса йыйып, туҡыма алдыҡ һәм Гүзәл Сафиуллина етәкселегендә ойошманың оҫта ҡулдары күлдәктәр текте. Ата-әсәләр, балалары менән бергә йөрөгән ғаиләләр күп булды, һәр береһе башҡорт ойошмаһының үҫешенә тос өлөш индерҙе.  

Шулай Татарстанда беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбен, башҡорт ойошмаһын асыуым менән халҡым өсөн изге эш башҡарғанмындыр, тип уйлайым. Яр Саллы ҡалаһында эшләгән мәлдәремде, ойошмаға йөрөүселәрҙе, уҡыусыларымды әле һаман һағынып иҫкә алам.

“Юлдаш” башҡорт ойошмаһының тәүге етәксеһе Р. Мырҙағолов ине, унан һуң А. Хисаметдинов, Ә. Ҡолгилде, З. Тимербаев, Л. Дәүләтшина, К. Шакиров, Ф. Шәрипова, З. Фәйрүзова, М. Әминев булды, ә 2017 йылдан бөгөнгәсә Рәмилә Йосопова етәкселек итә. Һәр береһе башҡорт ойошмаһы эшенә ярайһы өлөш индерҙе. Хәҙер тәүге “Умырзая” фольклор төркөмө – “Гөлнәзирә”, ә “Юлдаш” башҡорт ойошмаһы "Шоңҡар" исемен йөрөтә.

 

Бөтәһен дә ҡалдырырға тура килде

 

Йәнле һәм йәмле генә бихисап эштәр менән өс йыл эсендә абруй ҡаҙанғайныҡ. Тик ғаилә хәленә бәйле тыуған яҡтарға ҡайтырға тура килде. Башҡортостанда төпләнгәс, Татарстандағы эшемде Т. Рәйем­ғужина, Ғ. Туғыҙбаева, Ф. Лоҡманова, М. Әх­мәтйәнова, Л. Әсфәндиәрова, Ә. Исҡужина, Р. Мусина дауам итте. Йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары “Шоңҡар” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең әүҙемселәре ярҙамында Яр Саллы ҡалаһындағы башҡорт балаларын 11-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә туплап, 2004 йылда башҡорт мәктәбе асылды. Йәш белгес А.И. Балағотдинова балалар менән эшләй башланы.

2018 йылдан йәкшәмбе мәктәптәре “Шиш­мә” халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағына күсерелгәс, ул тәрбиәләгән балалар бер генә саранан да ситтә ҡалмай, йырҙар, бейеүҙәр, шиғыр уҡыу, рәсем төшөрөү конкурстарында һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә. Өфөлә уҙғарылған төбәк-ара олимпиада­ларҙа еңеү яулайҙар. Башҡортостан Президенты башҡорт мәктәбенә автобус та бү­ләк иткән, ике йыл йөрөп ҡалалар, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул юҡ. Ҡалалағы 74-се “Айһылыу” балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө эшләп ала. Татарстан Республика­һында йәшәгән башҡорт балаларының “Йәйғор” исемле фестивален үткәрәләр. Уҡыусылар  йәйге ялдарын  Башҡортостанда урынлашҡан лагерҙарҙа уҙғарыу бәхетенә өлгәшә.

Ҡәҙим Аралбаев, Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева, Гүзәл Ситдыҡова, Мәрйәм Бураҡаева, Миңлеғәфүр Зәйнетди­нов, Артур Ғайсаров, Азат Биксурин, Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Азат Йыһаншин, Иҙел Аралбаев һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашлығында Татарстанда башҡорт мәҙәниәте һәм фәне көндәре уҙҙы. Унда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, министрлыҡтың милли белем биреү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәү­ләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар ҙа килгәйне.

Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева етәкселегендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты балалары үҙ проекттары менән был тарафтарҙа сәфәрҙә булып ҡайтты.

Татарстанда  Түбәнге Камала башҡорт ҡоролтайы рәйесе Ғәле Хәсәнов етәкселеген­дә ошо республикала йәшәгән башҡорт­тарҙың ҡоролтайы уҙа. "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбле, Клара Ишкилдина етәкселеген­дәге "Гөрләүек" мәҙәниәтте һәм тарихты өйрәнеү клубы, Гөлүзә Буранбаева алып барған "Аманат" ижадсылар клубы, Айгөл Балағотдинова белем биргән башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Улар Башҡортос­тан менән тығыҙ бәйләнештә, төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Республика­быҙ­ҙан таланттар килеп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.  

“Гөлнәзирә” башҡорт фольклор халыҡ ансамбле Ҡазан ҡалаһында уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа, форумдарҙа, фестивал­дәрҙә ҡатнаша. Башҡорт халыҡ йолалары “Башҡорт туйы”, “Ҡарға буткаһы”, “Ҡаҙ өмә­һе”, “Башҡорт йыры” конкурстары, “Һаумыһы­ғыҙ, яҡташтар!” исемле осрашыу кисәләре йәнле үтә. “Аулаҡ өй” һәм “Ҡаруан” прог­раммалары уларҙың ике эшен видеотаҫмаға төшөрөп, ТНВ каналы аша тамашасыға күрһәтте. “Ашҡаҙар таңдары” фестивалендә ҡатнашып, II һәм III дәрәжә дипломдарға лайыҡ булдылар, ҡумыҙсы Риф Аралбаев өс йыл рәттән ҡумыҙсыларҙың төбәк конкурсынан призлы урындар алып ҡайтты. Тиҙ арала Риф үҙен ҡумыҙ яһау оҫтаһы итеп тә танытты, үҙаллы ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнде. Рәмилә Йосопова Екатеринбург ҡалаһында үткәрелгән “Башҡорт йыры”, Туймазы  ҡалаһында уҙған “Оҙон көй” конкурс­тарында еңеүҙәр яуланы. Сәсәндәр бәйгеһендә Рауза Мусина еңеүсе булды.

Милләт рухын һаҡлап йәшәйҙәр

 

Ысынлап та, башҡорт ҡайҙа ғына төп­ләнмәһен, иленә, теленә тоғро ҡалып, баш­ҡорт рухын һаҡлап йәшәй белә. Сит ерҙә йырҙар ҙа моңлораҡ, бейеүҙәр ҙә дәртлерәк, һүҙҙәр ҙә яҡыныраҡ, һағышлыраҡ төҫлө.

Бейеүсе Фәриҙә Баһауова, Мөхәмәтйән Вәлиев, Миңзәлә Ғүмәрова, Әнисә Тихоненкова, Анфиса Бикбулатова, Зөлхизә Рәйемғужина,   Ғәйнетдин Хисамов, Люциә Солтанова, Ғәзинур Хәсәншин – һәр береһе үҙенә күрә талант эйәһе. Татарстан Яҙыу­сылар союзы ағзаһы Рәҡит Әбделмәнов (Рәҡит Аллабирҙе) ярҙамында “Аманат” исемле китап донъя күрҙе.

Яр Саллыла башҡорт ойошмаһының юбилейы юғары кимәлдә уҙҙы. Бөгөлмәнән, Түбәнге Каманан, Сибай ҡалаһынан ҡунаҡ­тар күп булды. "Шишмә" халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Ландыш Ишәлина ойошма хаҡында йөкмәткеле телмәр тотто, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәле Хәсәнов юбилей менән тәбрикләп, дипломдар тапшырҙы.

Башҡорт мәктәбенә һәм башҡорт ойош­маһына нигеҙ һалыусы булараҡ, мин 2017 йылда Яр Саллы ҡалаһындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбендәге иң рухлы уҡыусыға үҙ премияһын булдырып, йыл һайын уны тапшыра киләм. Был тантанала ла яҙыусы  Т. Ғарипова ойоштор­ған конкурста ҡатна­шып, призер булған уҡыусыға диплом һәм бүләк тапшырҙым. Шулай уҡ ул башҡорт ойошмаһы һәм башҡорт йәкшәмбе мәктә­бенең тарихы тупланған “Хәтер сылбыры" исемле китап алып барҙым.

Юбилей тантанаһы иҫ киткес бай йөк­мәткеле булды, сағыу таланттар сығыш яһаны. Тыуған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, атайсалға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас һәм яҡын.

Ҡасандыр Баймаҡ – Сибай – Яр Саллы дуҫлыҡ күперен һалдыҡ, тик ул бәйләнеш өҙөлөп ҡалды. Сит өлкәлә йәшәгән милләт­тәштәргә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, сит ерҙә милли рухты күтәреү ни тиклем ауыр икәнен үҙ елкәмдә тойҙом.

Ә Яр Саллылағы башҡорттарға һоҡланып, ғорурланып ҡайттым. Тырышалар, бейек үр­ҙәр яулайҙар, афарин! Беренсе уҡыусым Гүзәл Вәлиева сәхнәгә күтәрелгәс, минең өсөн был ҙур ваҡиға булды. 30 йылдан һуң осрашыу бит! Иҫтәлектәре менән уртаҡлаш­ты, бүләген тапшырҙы. Хәтирәләр яңырҙы...

Мине саҡырып, ихлас ҡаршы алған ойошма етәксеһе Рәмилә Йосоповаға, ышаныс белдереп, вәкил итеп ебәргән Башҡортос­тандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға, Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбоваға рәхмәтем сикһеҙ.

 
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА

Сибай ҡалаһы.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: