Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри байрам менән ҡотланы.
“Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙҙе һөнәри байрам – Рәсәй фәне көнө менән ихлас ҡотлайым!
Башҡортостан үҙенең көслө академик һәм университет традициялары, билдәле ғилми мәктәптәре, иҡтисадтың реаль секторына уларҙың эш һөҙөмтәләрен индереүе менән дан тота.
Беҙ республиканың Төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүе менән ғорурланабыҙ. Был – ғилми берләшмәбеҙҙең һәм идара итеү командаһының бик мөһим дөйөм ҡаҙанышы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы ғалимдарыбыҙҙың, тикшеренеүселәрҙең, юғары мәктәп уҡытыусыларының һәләттәрен үҫтереү, университет һәм академияларҙың ғилми коллективтары эшмәкәрлеген танытыу, йәштәр өсөн уларҙың йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса.
Индустриаль партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә өлгәшелгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең уңыштары Башҡортостандың конкурентлыҡ ҡеүәһен нығытыуға, Ватан иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә Рәсәйҙәге “Киләсәк моторҙары” тигән 30 алдынғы инженерлыҡ мәктәбенең береһе эшләй башланы. Беҙ шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында кампус төҙөүҙең әүҙем фазаһына аяҡ баҫабыҙ.
“Өҫтөнлөк 2030” программаһында ҡатнашҡан университеттарыбыҙ финанслау күләмен арттыра һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙә юғары белем биреү алдынғыларының береһенә әүерелә.
Республика үҙенең яғынан йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль ярҙам сараларын киңәйтеп, перспективалы тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар бүлеүен дауам итә.
Башҡортостандың фәнни-технологик ҡеүәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән, һайлаған эшкә тоғролоҡ өсөн республика ғалимдарына рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә һаулыҡ, һөҙөмтәле эш, илһам һәм рух күтәренкелеге теләйем! Артабан да республика һәм ил мәнфәғәтендә бергәләп эшләрбеҙ”, – тиелә Радий Хәбировтың ҡотлауында.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru